Мажаралы, тылсымлы һәм музыкаль “Аҡ ҡанатлы хыялым” (А. Симуков) әкиәтендә бәләкәй генә батшалыҡта йәшәгән мөрйә таҙартыусы Ваня һәм батша ҡыҙы Забава хаҡында һүҙ бара.
Батша үҙенең берҙән-бер ҡыҙын бай һәм хәйләкәр Полканға кейәүгә бирергә хыяллана, тик Забава: «Осоусы карап төҙөүсегә генә кейәүгә сығам» – тигән ҡәтғи шарт ҡуя.
Ҡыҙға мөкиббән китеп ғашиҡ булған Ваня сәмләнеп, карап төҙөү эшенә тотона…
Мөғжизәле әкиәт илендәге тылсымлы ваҡиғалар уртаһында булырға, геройҙар менән бергә йырларға саҡырабыҙ һеҙҙе, кескәй дуҫтарыбыҙ! Музыкаль тамаша һеҙгә байрам кәйефе һәм онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар бүләк итә. Яҡшылыҡ яуызлыҡты еңгән, хыял ысынбарлыҡҡа әүерелгән тылсымлы әкиәт донъяһына рәхим итегеҙ!