Әҫәрҙә ваҡиғалар 1941-се йылда бара. Рөстәм исемле үҫмер малай һуғышҡа барып, совет һалдаттарына ярҙам итергә, дошмандарҙы юҡ итергә хыяллана, әммә билдәле – балалаларҙы фронтҡа алмайҙар. Тап шул ваҡыт уға өлөсәһе тылсымлы абаға сәскәһе тураһында һөйләй – йәнәһе лә, уның сәскәһен ашаған кеше күҙгә күренмәҫ йәнгә әйләнеп, сихри көскә эйә була. Әммә абаға яҙ көнө, төн уртаһында ғына (ни бары бер-нисә секунд ҡына!) сәскә ата икән, уны өҙөп өлгөрөү мөмкин түгел тиерлек… Өләсәһенең хикәйәте малайҙың күңеленә тынғылыҡ бирмәй: ҡурҡыуын еңеп, төн уртаһында дөм ҡараңғы урманға бара, абаға сәскәһен табып ашай һәм күҙгә күренмәй торған кешегә әйләнә. Ул теләгенә ирешә: ата-әсәһенә хат яҙып ҡалдыра ла фронтҡа китә…