Мажаралы, тылсымлы һәм музыкаль “Аҡ ҡанатлы хыялым” (А. Симуков) әкиәтендә бәләкәй генә батшалыҡта йәшәгән мөрйә таҙартыусы Ваня һәм батша ҡыҙы Забава хаҡында һүҙ бара.
Батша үҙенең берҙән-бер ҡыҙын бай һәм хәйләкәр Полканға кейәүгә бирергә хыяллана, тик Забава: «Осоусы карап төҙөүсегә генә кейәүгә сығам» – тигән ҡәтғи шарт ҡуя.
Ҡыҙға мөкиббән китеп ғашиҡ булған Ваня сәмләнеп, карап төҙөү эшенә тотона…
Мөғжизәле әкиәт илендәге тылсымлы ваҡиғалар уртаһында булырға, геройҙар менән бергә йырларға саҡырабыҙ һеҙҙе, кескәй дуҫтарыбыҙ! Музыкаль тамаша һеҙгә байрам кәйефе һәм онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар бүләк итә. Яҡшылыҡ яуызлыҡты еңгән, хыял ысынбарлыҡҡа әүерелгән тылсымлы әкиәт донъяһына рәхим итегеҙ!
Режиссёр – Фирғәт Ғарипов
Инсценировка авторы – Рената Насибуллина
Рәссам – Алина Нуриманова
Хореограф – Александр Родионов
Композиторҙар – Максим Дунаевский, Урал Иҙелбаев
Ваня – Линар Бәитов
Забава – Айым Сөләймәнова, Айзилә Төркмәнова
Полкан – Азамат Ғафаров, Айҙар Шәмсетдинов
Батша – Алмас Әмиров, Руслан Ғәлимов
Һыу эйәһе – Ирек Булатов, Артур Ҡунаҡбаев
Мәскәй әбейҙәр – Миңзәлә Хәйруллина, Алһыу Бәхтиева, Сабина Кирәева, Алһыу Ғәлина, Гөлнара Әмирова
Эш ҡоралдары – Айгиз Баймөхәмәтов, Зиләрә Юлтаева, Алмаз Йосопов
Тәлмәрйендәр – Айгиз Баймөхәмәтов, Зиләрә Юлтаева, Алмаз Йосопов














© Бөтә хоҡуҡтар яҡланған. Мәғлүмәт күсереп алғанда www.bashdram.ru адресына һылтанма ҡуйыу мотлаҡ. © Privacy Policy.