22 ноябрь 18:00 сәғәттә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Еҙнәкәй» (Х. Ибраһимов, режиссер И. Ҡаҙаҡбаев) спектакле күрһәтелсәк.
Билеттар һатыуҙан килгән аҡса Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеүгә йүнәлтеләсәк.
Аҡса эшләргә теләп, Ғиззәт яҡын дуҫы менән ҡалаға эшкә сығып китә. Әйтерһең, аҡыллы, эшһөйәр егетте ҡала байҙары көтөп кенә торған − нисек тә булһа егетте күндереп, кейәүгә сыға алмай ултырып ҡалған ҡарт ҡыҙҙарына өйләндереү яғын уйлай башлайҙар. Ярлы егеткә бәхет йылмая, байҙарса йәшәп китергә мөмкинлек тыуа. Ғиззәт, ҡотҡоға бирелеп, байҙарҙың тәҡдимен ҡабул итерме, әллә баш тартырмы?..
Спектаклгә килеп, һеҙ ҙә ярҙам сараһына үҙ өлөшөгөҙҙө индерә алаһығыҙ!