Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры XI «Ҙур этнографик диктант» Халыҡ-ара мәғрифәтселек акцияһының майҙансыҡтарының береһенә әйләнде. Театр был Халыҡ-ара акцияла тәүге тапҡыр ҡатнашты.
Сара театр фойеһында ҡунаҡтарҙы ҡаршылауҙан башланды. Рәсми өлөштән һуң Башҡортостандың халыҡ артистары Миңзәлә Хәйруллина һәм Гүзәл Маликова ҡатнашлығында «Өләсәйем һандығы» тип аталған театрлаштырылған пролог күрһәтелде. Милли йолаларҙы, быуындар бәйләнешен һәм халҡыбыҙҙың рухи мираҫын сағылдырған был сығыш диктантҡа үҙенсәлекле йәм өҫтәне.
Акцияла Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары Гөлнур Яҡупова, Таңсулпан Ғарипова, «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, Башҡортостан Яҙыусылар союзының драматургия секцияһы етәксеһе Айбулат Сисәнбаев, яҙыусы-драматург Шәүрә Шәкүрова, журналистар Гөлнур Ҡыуатова һәм Миләүшә Ҡыҙрасова, «Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәре Сәриә Рамазанова, шулай уҡ театр артистары, мәҙәниәт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, блогерҙар һәм ҡалабыҙҙың әүҙем йәмәғәтселеге ҡатнашты. Улар Рәсәй халыҡтарының тарихы, мәҙәниәте һәм йолаларына ҡағылышлы һорауҙарға яуап биреп, үҙ белемдәрен һынаны. Диктанттан һуң ҡунаҡтар театр музейы менән танышты, ә кисәнең дауамы «Ай тотолған төндә» спектаклен ҡарау менән үрелде.
Тарихты белеү, халыҡтың мәҙәни тамырҙарын һаҡлау һәм быуындан быуынға тапшырыу — һәр кем өсөн мөһим ҡиммәттәр. Театрҙың «Ҙур этнографик диктант» акцияһына ҡушылыуы ла ошо ҡиммәттәргә ихтирамды сағылдыра. Сөнки театр — сәнғәт донъяһы ғына түгел, ә халыҡтың хәтерен, рухын һәм мәҙәни мираҫын һаҡлаған мөһим рухи үҙәк тә.





