«ЙЫРТҠЫС ҠАНЫ» СПЕКТАКЛЕНӘ ДЕКОРАЦИЯ ӘҘЕРЛӘГӘН МӘЛ

«ЙЫРТҠЫС ҠАНЫ» СПЕКТАКЛЕНӘ ДЕКОРАЦИЯ ӘҘЕРЛӘГӘН МӘЛ

Тамашасы сәхнәлә күргән мөғжизә артында үҙ эшенә мөкиббән оҫталарҙың ҙур хеҙмәте ята. Ябай материалдарҙан ҡатмарлы декорация булдырыу өсөн ижади фекерләү, һәр деталгә иғтибар һәм берҙәмлек талап ителә. Гөлнур Яҡупованың «Йыртҡыс ҡаны» повесы буйынса спектаклдең ҡуйыусы рәссамы — Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, С.Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһының С.Юлаев исемендәге дәүләт һәм «Алтын битлек» Бөтә Рәсәй милли театраль премиялары лауреаты Альберт Нестеров.

Спектаклдең биҙәлеше өҫтөндә эшләгәндә үк ҡатмарлы ҡоролманы тормошҡа ашырыу буйынса төрлө фекер-бәхәстәр тыуа. Был премьера театрҙың рәссам-бутафоры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт хеҙмәткәре Анатолий Жучков өсөн дә үҙенсәлекле проект булып тора. «Мәмерйә, таш ҡая рәүешендәге әлегеләй күләмле декорация эшләгән юҡ ине», — ти оҫта. – Декорация ни тиклем үҙенсәлекле булмаһын, спектаклдең уңышы уға ғына бәйле түгел. Сәхнә биҙәлеше актёрҙарҙың уйыны менән бер бөтөнгә әйләнеп, режиссёрҙың ижади ҡарашын тормошҡа ашырырға ярҙам итергә тейеш.

Театр — берҙәм хеҙмәте һөҙөмтәһе. Сәхнәләге һәр деталь мөһим һәм тамашаға үҙ өлөшөн индерә.

Премьераға әҙерлек дауам итә. Яңылыҡтарҙы күҙәтеп барығыҙ!