Өфөгә эш сәфәре менән килгән «Ульгэр» Бүрәт дәүләт ҡурсаҡ театры директоры Баирма Дашидоржиева Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында «Хыялға ҡаршы» (А.Баймөхәмәтов, режиссер И.Ҡаҙаҡбаев) спектаклен ҡараны.
Әйткәндәй, Баирма Гуродагбаевна был постановка менән тәүге тапҡыр 2016 йылда Бүрәт Республикаһында үткән III «Алтан Сэргэ» Халыҡ-ара милли театрҙар фестивалендә таныша. «Спектакль ун йыллап уйналыуына ҡарамаҫтан, актерҙар составының һаҡланыуы ҡыуандыра. Артистар, әлбиттә, үҫкән, әммә спектакль элеккесә тәрән йөкмәткеле, көслө, йөрәккә үтеп инерлек асылында ҡалған», – тип ул үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
2016 йылда Улан-Удэ ҡалаһында үткән Фестивалдә Башҡорт академия театры “Иң яҡшы актерҙар ансамбле” һәм “Заманса милли прозаға мөрәжәғәт иткәне һәм сәхнәлә яңы алымдар эҙләгәне өсөн” премияларына лайыҡ булды. Спектакль Бүрәт Республикаһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, һөҙөмтәлә уның режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаевҡа был әҫәрҙе Бүрәт академия драма театры сәхнәһендә ҡуйыу тәҡдим итәләр. Башҡорт сәхнәһендә тыуған тарих бүрәт артистары башҡарыуында яңы һулыш алды.