ТЕАТР ДОНЪЯҺЫНА СӘЙӘХӘТ

ТЕАТР ДОНЪЯҺЫНА СӘЙӘХӘТ

Театр донъяһына сәйәхәт 🎭

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһының 10-сы класс уҡыусылары өсөн экскурсия ойошторолдо. Сара Рәсәйҙең Театр эшмәкәрҙәре союзына 150 йыл тулыуға арналған «Театр. Призвание» федераль марафоны сиктәрендә уҙғарылды.

Экскурсияны Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Миңзәлә Хәйруллина һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Илгиз Таһиров үткәрҙе. Улар уҡыусыларҙы театрҙың бай тарихы һәм сәхнә артындағы ижади тормош менән таныштырҙы.

Йәш ҡунаҡтар театр музейында булып, сәхнә артына үтте, артистарҙың грим һәм костюм бүлмәләрен, спектаклдәрҙе әҙерләү процесын яҡындан күрҙе.

Дуҫтар! Театр тормошоноң мажаралы, серле мәлдәре менән йыл дауамында ойоштороласаҡ ошондай осрашыуҙарҙа ҡатнашырға саҡырабыҙ! Яңылыҡтарҙы күҙәтеп барығыҙ.