20 – 22 октябрҙә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры “Йырланмаған йырым һин…” һәм “Кеше булып ҡалырға” спектаклдәре менән Башҡортостандың Йылайыр һәм Күгәрсен райондарында сығыш яһаясаҡ.
Ижад кешеһенең тормошон, төрлө һынауҙар аша үтергә мәжбүр күңел донъяһын тасуирлаған “ЙЫРЛАНМАҒАН ЙЫРЫМ ҺИН…” спектакле Венер Исхаҡов әҫәре буйынса режиссер Айрат Абушахманов тарафынан сәхнәләштерелгән. 16+
“КЕШЕ БУЛЫП ҠАЛЫРҒА” спектакленең сюжеты Бөйөк Ватан һуғышы тураһында төшөрөләсәк фильмдың кастингы тирәләй бара. Постановкала илһөйәрлек, яуаплылыҡ төшөнсәләре күтәрелә, махсус хәрби операцияла булып ҡайтҡан яугир яҙмышы аша тотош дәүер һәм ҡараштар тасуирлана. 12+
20 октябрҙә Йылайыр мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә
19:00 – “Йырланмаған йырым һин…”
21 октябрҙә Йылайыр мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә
13:00 – “Кеше булып ҡалырға”
21 октябрҙә Мораҡ район мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә
19:00 – “Йырланмаған йырым һин…”
22 октябрҙә Мораҡ район мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә
13:00 – “Кеше булып ҡалырға”