М.Ғафури ис. Башҡорт академия драма театры Музейы грим-постижер цехы начальнигы Нәркәс Марс ҡыҙы Баязитованың юбилейына арналған күргәҙмә тәҡдим итә. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисткаһы Нәркәс Марс ҡыҙының исеме театр һөйөүселәргә күптән таныш. Бөгөн иһә Нәркәс Марс ҡыҙы актерҙарға танымаҫлыҡ итеп грим һалып, спектаклдәрҙә шаршауҙың икенсе яғынан ҡатнаша. Был күргәҙмә театрҙың “тылсымлы” профессияларының береһе булған грим һалыу һөнәренең серҙәрен аса. Экспозицияла париктарҙа һәм ҡатмарлы гримдарҙағы образдарҙы сағылдырған фотографиялар, шулай уҡ оҫтаның постижер эштәре урын алған. Париктар, шиньондар, йәбештерелә торған мыйыҡ-һаҡалдар – былар барыһы ла Нәркәс Баязитованың билдәле спектаклдәргә әҙерләгән эштәре. Һәр бер экспонат – образдарҙы тәрән аңлап, ижади эшләү һәм күп көс, тырышлыҡ талап иткән хеҙмәт һөҙөмтәһе. Күргәҙмә оҫтаның талантына хөрмәт белдереү билдәһе. Был сәнғәт төрө тамашасы өсөн ят, ләкин театр өсөн – мөһим.
Күргәҙмәне спектакль башланыр алдынан һәм тәнәфес ваҡытында ҡарарға мөмкин (09.10.-30.12.2026 ).
Күргәҙмәнең кураторы: музей мөдире Азалия Әхмәт ҡыҙы Балгазина.
