ОЛОЛАР КӨНӨНӘ АРНАЛҒАН ЙЫЛЫ ОСРАШЫУ

ОЛОЛАР КӨНӨНӘ АРНАЛҒАН ЙЫЛЫ ОСРАШЫУ

Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Ололар көнө уңайынан матур сара үтте. Театр коллективы ғүмерен сәхнәгә, халҡына һәм милләтенә хеҙмәт итеүгә бағышлаған, бөгөн инде хаҡлы ялда булған ҡәҙерле ветерандарын йыйҙы.

Улар тиҫтәләгән йылдар буйы ошо театрҙа эшләп, тынғыһыҙ хеҙмәттәренән ләззәт, ҡыуаныс һәм илһам табып, мәҙәниәтебеҙ данын арттырыуға тос өлөш индерҙеләр. Бер күрешеү — бер ғүмер, тиҙәр. Ошо йылы осрашыуҙа ветерандарыбыҙ хәтирәләре менән уртаҡлаштылар, бергә эшләгән йылдарҙы иҫкә алдылар, күңел йылыһы һәм рәхмәт һүҙҙәре ишеттеләр. Аралашыуҙан илһам алып, йылы хәтирәләр менән таралыштылар.

Ҡәҙерле ветерандарыбыҙ! Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ, талантығыҙ һәм тоғролоғоғоҙ театр тарихында мәңгелек эҙ ҡалдырҙы. Һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете һәм күңел тыныслығы теләйбеҙ.