МӘЖИТ ҒАФУРИ ИСЕМЕНДӘГЕ БАШҠОРТ АКАДЕМИЯ ДРАМА ТЕАТРЫ 107-СЕ ТЕАТР МИҘГЕЛЕН АСТЫ

МӘЖИТ ҒАФУРИ ИСЕМЕНДӘГЕ БАШҠОРТ АКАДЕМИЯ ДРАМА ТЕАТРЫ 107-СЕ ТЕАТР МИҘГЕЛЕН АСТЫ

Кисә, 22 сентябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 107-се ижад миҙгелен «Киске табын» (М.Кәрим, режиссёр И.Ҡаҙаҡбаев) спектакле менән асты.

Йолаға тоғро ҡалып, ошо көндә театр артистары һәм хеҙмәткәрҙәре Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең һәм театрға исемен биргән Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың һәйкәлдәренә сәскәләр һалды, уларҙың шиғырҙарын яңғыратып, бөйөк әҙиптәр рухына хөрмәт күрһәтте. Спектакль тамамланғас, театрҙың директоры Зиннур Сөләймәнов һәм баш режиссеры Айрат Абушахманов коллективты һәм тамашасыларҙы 107-се ижад миҙгеленең асылыуы менән ихлас ҡотланы.

Яңы миҙгел ижади асыштарға, премьераларға һәм еңеүҙәргә бай булһын. Сәхнәгеҙ һәр ваҡыт яҡты, ә йөрәктәрегеҙ илһам менән тулы булһын. Театрға — ижади уңыштар, ә тамашасыларға — онотолмаҫ кистәр теләйбеҙ!