Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры директоры Зиннур Фәрит улы Сөләйманов һәм директор урынбаҫары Иршат Ишбулат улы Фәйзуллин Санкт-Петербургта үткән XVII Халыҡ-ара «Александринский» театр фестивалендә ҡатнаштылар.
Фестиваль сиктәрендә Милли театрҙар ассоциацияһының эш осрашыуы булды. Осрашыу ҡатнашыусылары милли театрҙар эшмәкәрлегенең актуаль мәсьәләләрен тикшерҙе, тәжрибә уртаҡлашты һәм театр сәнғәтен үҫтереү буйынса артабанғы аҙымдарҙы билдәләне. Айырым иғтибар 2027 йылдың ноябрендә Чувашияла үтәсәк Ассоциацияның III Конгресына әҙерлеккә бирелде.
Бындай сараларҙа ҡатнашыу милли театрҙарға һөнәри бәйләнештәрҙе нығытырға, үҫештең яңы нөктәләрен табырға һәм дөйөм бурыстарҙы бергәләп хәл итергә мөмкинлек бирә.
