8 сентябрҙә Мәскәүҙең «Россия» Милли үҙәгендә тәүге тапҡыр Рәсәй халыҡтары телдәре көнө билдәләнде. Сарала беҙҙең республика исеменән Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры Хөрмәтулла Үтәшев ҡатнашты.
Хөрмәтулла Ғаззали улы башҡорт халыҡ эпосы «Урал батыр»ҙан өҙөк уҡыны һәм республикала туған телде һаҡлау тәжрибәһе менән уртаҡлашты:
«Мин айырыуса иғтибарымды беҙҙең бөйөк мираҫыбыҙ — бөгөн халыҡ-ара кимәлдә өйрәнелгән һәм төрлө телдәрҙә яттан һөйләнгән „Урал батыр“ эпосына йүнәлттем. Туған телде өйрәнеү һәм уға һөйөү иң элек ғаиләнән башлана. Тап ошо темаға беҙҙең театрҙың проекттарының береһе бағышланған. Беҙ туған тел һәм ғаилә ҡиммәттәре тураһында дүрт миллиондан ашыу ҡарау йыйған видеороликтар серияһын төшөрҙөк. Беҙҙең өсөн туған телдең сәхнәлә йәки китаптарҙа ғына түгел, ә һәр ғаиләлә яңғырауы һәм быуындан-быуынға тапшырылыуы мөһим», — тип билдәләне Хөрмәтулла Ғаззали улы.
Сара Рәсәйҙең «Знание» йәмғиәте тарафынан ойошторолдо һәм илдең тел күптөрлөлөгөнә баҫым яһарға саҡырылған.