Кисә, йәғни 2 сентябрь көнө, М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында «Театр. Призвание» федераль марафоны сиктәрендә Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетының 1-се курс студенттары актер Азат Вәлитов менән осрашты.
Рәсәй Федерацияһының Театр эшмәкәрҙәре союзына 150 йыл тулыуға арналған марафон йәш театр әһелдәрен һөнәрҙең оҫталары менән осраштырыуға, тәжрибә һәм ижади фекерҙәр менән уртаҡлашыуға йүнәлтелгән.
Осрашыу алдынан студенттар Е. Коллегованың «Кеше булып ҡалырға» спектаклен ҡараны (режиссеры — Хөрмәтулла Үтәшев). Спектаклдән һуң төп герой Артем Егоров ролен башҡарған Азат Вәлитов буласаҡ коллегалары менән актер һөнәре, сәхнәләге яуаплылыҡ һәм ижади юл тураһында әңгәмәләште, үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты һәм йәштәргә кәңәштәрен бирҙе.
Был көндөң студенттар өсөн айырыуса әһәмиәтле булыуы осраҡлы түгел — бөгөн уларҙың тәүге уҡыу көнө. Театр факультетындағы студент тормошо профессиональ театрҙа спектакль ҡарау һәм актер менән ихлас осрашыуҙан башланды.
Спектаклдән һуң йәш тамашасыларҙың күҙҙәрендәге йәштәр ҙә — театрҙың уларға ни тиклем көслө тәьҫир итеүенең иң юғары баһаһы.
Буласаҡ коллегаларыбыҙға уңыштар, илһам һәм һайлаған һөнәрҙәренә тоғролоҡ теләйбеҙ!