Йыл һайын 3 сентябрҙә Рәсәйҙә Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө билдәләнә. Был дата 2005 йылда федераль закон менән раҫланған һәм Бесландағы фажиғәле ваҡиғаларға бағышланған.
2004 йылдың 1 сентябрендә иртән, тантаналы линейка ваҡытында, террорсыларҙың ҡораллы төркөмө 1-се мәктәпте баҫып ала һәм миналы бинала 1000-дән ашыу уҡыусыны, уларҙың ата-әсәләрен һәм уҡытыусыларын аманат итеп тота. Өс көн буйына кешеләрҙе һыуһыҙ һәм аҙыҡһыҙ интектерәләр. 3 сентябрҙә “Альфа” һәм “Вымпел” спецназ подразделениелары ҡатнашлығында бинаға штурм башлана. Үҙенең ҡанһыҙлығы буйынса бығаса булмаған террористик акт һөҙөмтәһендә 334 кеше һәләк була, улар араһында 186 бала була.
Был көндө беҙ Беслан ҡорбандарын ғына түгел, ә төрлө йылдарҙа террорсылар ҡулынан һәләк булғандарҙы ла иҫкә алабыҙ: Дубровкалағы Театр үҙәгендә, Мәскәү, Буйнакск һәм Волгодонск ҡалаларындағы торлаҡ йорттарҙы шартлатҡанда һәләк булғандарҙы, шулай уҡ үҙ ғүмерҙәре хаҡына кешеләрҙе ҡотҡарған махсус хеҙмәткәрҙәрҙе лә. Мәскәүҙә Теләктәшлек көнөндә теракттар менән бәйле ун адрес буйынса иҫтәлекле митингылар үтә, мемориалдарға ҡыҙыл ҡәнәферҙәр һалына. Волонтёрҙар ғәйепһеҙ ҡорбандар иҫтәлегенә аҡ фәрештәләр — «Изгелек фәрештәләре» эшләй.
Был дата алдынан беҙҙең Вконтакте селтәрендә «Жажда жизни» тигән ҡыҫҡа метражлы фильм күрһәтелде. Ҡарау өсөн һылтанма — М.Ғафури исемендәге Башдрамтеатр.
Бөгөн шуны иҫтә тотоу мөһим: терроризмға ҡаршы көрәш — һәр кемдең гражданлыҡ позицияһы. Һаҡлыҡ, битараф булмау һәм яҡыныңа ярҙам итергә әҙер булыу йәмғиәтте ысынлап та ныҡ итә. Бергә булғанда ғына беҙ көс ҡулланыу янауына ҡаршы тора алабыҙ һәм өйҙәребеҙҙә тыныслыҡ һаҡлай алабыҙ.
Ҡорбандарға мәңгелек хәтер. Геройҙарға яҡты иҫтәлек.
