Олег Ханов 1951 йылдың 11 авгусында Башҡортостандың Архангел районы Ҡыҙғы ауылында билдәле артистар Шәмсинур Сиражетдинова һәм Закирйән Хановтар ғаиләһендә донъяға килә. Тәүҙә малайға Шакирйән тип исем ҡушалар, әммә атаһы тиҙҙән улына Александр Фадеевтың «Йәш гвардия» романы геройы Олег Кошевой хөрмәтенә Олег тип исем бирә. Был исемдең уның яҙмышында үҙенсәлекле сағылыш табыуы ла символик: йылдар үткәс, Өфө дәүләт сәнғәт институтының диплом спектаклендә буласаҡ артист тап Олег Кошевой ролен башҡара.
Театр менән тәүге танышыуы бала сағында уҡ башлана. 1956 йылда Олег ғаиләһе менән Баймаҡ ҡалаһында йәшәй, һуңынан Сибайға күсә. Мәктәп йылдарында ул әҙәбиәт, музыка һәм спорт менән мауыға, баскетбол, футбол, еңел атлетика, саңғы, өҫтәл теннисы менән шөғөлләнә. 1968 йылда мәктәпте тамамлағандан һуң Олег Ханов үҙенең яҙмышын театр менән бәйләргә ҡарар итә һәм Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр бүлегенә уҡырға инә.
1973 йылдың июнендә институтты тамамлаған йәш актёр Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына эшкә килә. Ошо мәлдән уның башҡорт сәхнәһе менән тиҫтәләгән йылдарға һуҙылған ҙур ижади юлы башлана.
Олег Хановтың таланты бер генә актёрлыҡ амплуаһы сиктәренә һыйманы. Ул романтик һәм трагик геройҙарҙы ла, тәрән социаль характерҙарҙы ла берҙәй оҫталыҡ менән кәүҙәләндерҙе, комедия жанрында ла сағыу образдар тыуҙырҙы. Уның билдәле сәхнә эштәре араһында Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесы буйынса ҡуйылған «Яҙмыштан уҙмыш бар!..» спектаклендә Кендек, Жорж Фейдоның «Ханымдар оҫтаһы» әҫәрендә Мулино, Михаил Лермонтовтың «Маскарад»ында Арбенин, Иржи Губачтың «Корсиканка»һында Наполеон, Уильям Шекспирҙың «Гамлет»ында Полоний образдары бар.
Артистың ижади биографияһында Флорид Бүләковтың «Бибинур, эх, Бибинур!» спектаклендәге Абдрахман роле айырым урын биләй. Был спектаклде ижад иткән коллектив составында Олег Ханов 1996 йылда Рәсәй Федерацияһының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге дәүләт премияһына лайыҡ була.
Олег Закир улы күренекле актёр ғына түгел, режиссёр, педагог һәм художество етәксеһе лә булды. Ул Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында оҙаҡ йылдар хеҙмәт итте, Өфөләге Республика йәш тамашасы театрын — бөгөнгө Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрын етәкләне. 2000–2009 йылдарҙа М. Горький исемендәге Ырымбур өлкә драма театрында эшләне. 2009–2012 йылдарҙа Салауат дәүләт башҡорт драма театрының баш режиссёры булып, унда 11 спектакль сәхнәләштерҙе.
2012 йылда Олег Ханов йәнә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына ҡайтып, театрҙың художество етәксеһе вазифаһын башҡарҙы. Һуңғы йылдарҙа М. Горький исемендәге Ырымбур өлкә драма театрында ижад итте һәм актёрлыҡ эшмәкәрлеген дауам итте. Уның һуңғы сәхнә образдарының береһе — «Тайная страсть сеньора Хуана» спектаклендә Хуан роле.
Олег Ханов ижадының тағы бер сағыу яғы — уның нәфис һүҙгә булған ғәжәйеп мөнәсәбәте. Ул шиғри һүҙҙең нескә интонацияһын, эске ритмын тойоп, һәр һүҙҙе тәбиғи һәм тәрән мәғәнә менән яңғырата белде. Уның башҡарыуында һүҙ яһалма биҙәүҙәрһеҙ һәм артыҡ пафосһыҙ, иркен һәм ышандырырлыҡ яңғыраны. Һүҙ сәнғәтенә ошондай юғары мөнәсәбәт оло сәхнә оҫтаһының айырылғыһыҙ сифаты булды.
Оҙаҡ йылдар сәнғәткә тоғро хеҙмәте өсөн Олег Закир улы юғары дәүләт һәм профессиональ наградаларға лайыҡ булды. Төрлө йылдарҙа уға Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исемдәр бирелде. 2024 йылда Олег Ханов Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы исеменә лайыҡ булды. Ул
Профессор һәм педагог булараҡ Олег Закир улы бай ижади тәжрибәһен йәш быуынға тапшырҙы, актёр оҫталығы серҙәренә өйрәтте, уҡыусыларында һөнәргә, сәхнәгә һәм тамашасыға ҡарата оло яуаплылыҡ тәрбиәләне.
Олег Ханов өсөн театр ғүмерлек яҙмыш һәм хеҙмәт булды. Уның талантын бер генә һүҙ менән билдәләү мөмкин түгел. Актёр, режиссёр, педагог, художество етәксеһе, ҙур ижади ҡеүәткә һәм көслө рухҡа эйә шәхес — ул башҡорт һәм Рәсәй театры тарихында тап шулай булып ҡаласаҡ.
2025 йылдың 2 октябрендә Өфө ҡалаһы Олег Закир улы Ханов менән хушлашты. Күренекле сәнғәт эшмәкәре Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләнде.
Бөгөн, Олег Хановтың тыуыуына 75 йыл тулыу айҡанлы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры үҙенең бөйөк сәхнә оҫтаһын тәрән хөрмәт һәм рәхмәт тойғоһо менән иҫкә ала.
Уның сәхнәлә тыуҙырған образдары, ҡабатланмаҫ тауышы, режиссёрлыҡ эштәре, ижади мәктәбе һәм Театрға сикһеҙ тоғролоғо коллегаларының, уҡыусыларының һәм тамашасыларҙың күңелендә йәшәүен дауам итә.
Олег Закир улы Хановтың яҡты иҫтәлеге беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.