Бөрйән һәм Белорет райондары тамашасылары иғтибарына! М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының «КЕЙӘҮҘӘР» / «ЖЕНИХИ» (Х.Вәхит, режиссер Ф.Ғәрипов) комедияһы беренсе тапҡыр гастролгә сыға.
Туй көнө килеп етте, тигәндә генә буласаҡ кәләш Банат менән кейәү егете Рәсүл һүҙгә килешә. Юлға сыҡҡан ҡунаҡтар, бешерелгән һый-ниғмәт, ғөмүмән, тотош тантана ҡурҡыныс аҫтында ҡала. Ни хәл итергә? Кәләш аптырап тормай, үпкәләгән һөйгәне урынына яҡын әхирәтенең егетен ултырта… Кемдә – нимә, беҙҙә туй!
16 июнь 19:00 / Бөрйән район мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә. Билеттар – ufa.kassy.ru/venue/mbuk…
17 июнь 19:00 / Инйәр мәҙәниәт йорто сәхнәһендә. Билеттар – ufa.kassy.ru/venue/mbuk…
Осрашҡанға тиклем!