Театрыбыҙҙың матур йолаларының береһе — Ҡорбан ашы үткәреү. Бөгөн дә ошо изге байрам уңайынан коллектив ағзалары Ҡөрьән ашына йыйылдылар.
Был көндө тағы ла бер мөһим яңылыҡ еткерелде: тиҙҙән театрыбыҙҙа намаҙ уҡыу бүлмәһе асыласаҡ. Ошо изге эште тормошҡа ашырыуҙа ҙур ярҙам күрһәткән өсөн Илгиз Радик улы Рамазановҡа театрыбыҙҙың Рәхмәт хаты тапшырылды. Илгиз Радик улына ошо изгелекле ғәмәле өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.