28 май М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы Өфөлә үткән «Китап-байрам» халыҡ-ара китап йәрминкәһендә булып ҡайтты!
Был күркәм сара әҙәбиәт һәм мәҙәниәт һөйөүселәрҙе бер урынға йыйҙы һәм беҙ ҙә был байрамдың бер өлөшө булыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырманыҡ. Китап рәттәре буйлап ҙур ҡыҙыҡһыныу менән йөрөнөк, яңы баҫмалар менән таныштыҡ һәм ижади дәрт алдыҡ.
Яҡшы китаптар уҡығыҙ, рухи яҡтан үҫешегеҙ һәм театрға йышыраҡ йөрөгөҙ!
Программа и план мероприятий на сайте – Международная книжная ярмарка Китап-Байрам