Бөгөн “Мөхәббәт ҡоштары” спектакле Башҡортостандың халыҡ артисы Гөлфиә Рафиҡованың 55 йәшлек юбилейына арнап уйналды.
Илшат Йомағолов пьесаһы буйынса Фирғәт Ғарипов ҡуйған был музыкаль комедияла актриса Таибә ролендә сығыш яһаны.
Юбилярҙың шатлығын уртаҡлашырға уның ижадын һөйгән тамашасылар, яҡындары, коллегалары, яҡташтары йыйылды. Спектакль һуңында театр директоры Зиннур Сөләймәнов залдағыларҙы Артист көнө менән тәбрикләп, байрам кисендә Башҡортостандың халыҡ артисы Гөлфиә Рафиҡованы юбилейы менән ҡотлап Почет грамотаһы тапшырҙы. Актрисаның яҡташы виртуоз ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашев сәхнәнән изге теләктәрен яңғыратып, иҫтәлекле бүләк менән ҙурланы. Күңелдәрен халыҡсан, нәзәкәтле образдары менән арбаған актрисаны тамашасылар дәррәү алҡыштарға күмде,
Театр коллективы исеменән Гөлфиә Булат ҡыҙын ике бишле ҡуйған матур юбилейы менән ҡотлап, илһамлы ижад, бәхетле ғүмер, яңы үрҙәр теләйбеҙ! Байрамдар ҡотло булһын!