АЙРАТ АБУШАХМАНОВТЫҢ СПЕКТАКЛДӘРЕНЕҢ ЮБИЛЕЙ АҘНАЛЫҒЫ ТАМАМЛАНДЫ

АЙРАТ АБУШАХМАНОВТЫҢ СПЕКТАКЛДӘРЕНЕҢ ЮБИЛЕЙ АҘНАЛЫҒЫ ТАМАМЛАНДЫ

9 ноябрҙә, театрыбыҙҙың баш режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Айрат Әхтәм улы Абушахмановтың 50 йәшлек юбилейы уңайынан ойошторолған спектаклдәр аҙналығы тамамланды.
Көндөҙ Айрат Әхтәм улын Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насырова, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры директоры Рәфис Гәрәй улы Мөхәмәтйәнов, Өфө “Нур” татар дәүләт театрының баш режиссеры Азат Нәҙир улы Йыһаншин, М.Шкетан исемендәге мари милли драма театры режиссеры Степан Пектеев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән Президиум ағзаһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Ғаззали улы Үтәшев, “Мәжит Ғафури – XXI быуат” мәҙәниәт фонды советы рәйесе Люциә Камаева, Башҡортостан театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Әхтәм Әхәт улы Абушахманов һәм Союздың идара ағзаһы Алмас Әмиров, “Юлдаш” радиоһының баш мөхәррире Миләүшә Ҡасим ҡыҙы Йәғәфәрова, дәүләт һәм мәҙәниәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлдәр Сабит ҡыҙы Моратова һәм юбилярҙың класташтары ҡотланылар. Мәртәбәле ҡунаҡтар Айрат Абушахмановҡа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да сәс нур халҡыңа”, Рәсәй театр эшмәкәрҙәре союзының К.С. Станиславский исемендәге миҙалдарын һәм “Мәжит Ғафури – XXI быуат” мәҙәниәт фонды булдырған Мәжит Ғафури исемендәге премияһын тапшырҙылар.
Кисен, спектакль алдынан Айрат Әхтәм улын Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте министры урынбаҫары Ринат Рәшит улы Ғайсин, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина, Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрының баш режиссеры, Рәсәйҙең һәм Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәрит Рифҡәт улы Бикчәнтаев һәм Камал театрының директоры, Муса Йәлил исемендәге республика премия лауреаты Илфир Илшат улы Яҡупов һәм “Бөйрәкәй” романының авторы Таңсулпан Ғарипова ҡотланы.
Спектаклдән һуң сәхнәгә Айрат Әхтәм улының туған коллективы сыҡты, театр исеменән юбилярға директор Иршат Фәйзуллин ихлас теләктәрен еткерҙе.
Абушахмановтың юбилей аҙналығы гөрләп үтте, юбилярға төрлө тарафтарҙан ҡотлауҙар килде һәм был көндәрҙә тамаша залдары ла туп-тулы булды!
Баш режиссерға булған ихтирам – ул беҙҙең Театрыбыҙға ҡарата ла ҙур хөрмәт билгеһе!
💫Беҙҙең шатлыҡты уртаҡлашыуығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерле дуҫтар!