Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡарары буйынса 23 һәм 24 мартта Башҡортостанда күңел асыу саралары туҡтатылды.
«Бөйрәкәй» 1 һәм 2 өлөш спектакленең премьераһы билдәһеҙ ваҡытҡа күсерелә.
Күрһәтеү датаһы тураһында өҫтәмә хәбәр итәбеҙ.
23 һәм 24 мартҡа һатып алынған билеттар күрһәтеү көндәрендә ғәмәлдә буласаҡ, улар тураһында өҫтәмә мәғлүмәт еткерербеҙ. Шулай уҡ билеттарҙы һатып алған урындан кире тапшырырға мөмкин буласаҡ.