ӨФӨЛӘ IV «АРТ-ҠОРОЛТАЙ» МӘҘӘНИ ФОРУМЫ ҮТТЕ

ӨФӨЛӘ IV «АРТ-ҠОРОЛТАЙ» МӘҘӘНИ ФОРУМЫ ҮТТЕ

11 март Өфөлә  IV «Арт-Ҡоролтай» Мәҙәни форумы үтте.
Форумда Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министры Ольга Борисовна Любимова, Башҡортостан Республикаһының Премьер-министры Андрей Геннадьевич Назаров, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, «По зову сердца»  һуҡыр һәм насар күргән балаларға ярҙам итеү хәйриә фондының попечителлек советын ойоштороусы һәм президенты,«Белая трость» халыҡ-ара хәйриә фестивале авторы һәм патронессаһы Диана Гурцкая, Рәсәй Федерацияһы Оборона Министрлығының Мәҙәниәт Департаменты директоры Артем Владимирович Горный ҡатнашты. Форумдың модераторы булып Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова сығыш яһаны. Форум башында барлыҡ ҡатнашыусыларҙы онлайн-форматта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров сәләмләне һәм сығыш яһаны.

Форумда бер нисә айырым секция эшләне, шул иҫәптән театр секцияһы ла бар, унда Самсон Чанба исемендәге Абхазия Дәүләт драма театры директоры Алхас Дмитриевич Чолокуа саҡырылды.

IV «Арт-Ҡоролтай» Мәҙәни форумы сиктәрендә Самсон Чанб исемендәге Абхазия Дәүләт драма театры директоры Алхас Дмитриевич Чолокуа менән Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры директоры Иршат Ишбулат улы Фәйзуллин хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйҙы.