ӨФӨ ТАМАШАСЫҺЫ ӨСӨН ПРЕМЬЕРА

ӨФӨ ТАМАШАСЫҺЫ ӨСӨН ПРЕМЬЕРА

28 февраль, йәғни иртәгә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың «Бөйрәкәй» роман-пенталогияһы буйынса премьера.

Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романы – Тирәкле ауылы миҫалында ХХ быуат дауамында барған ваҡиғаларҙы күрһәткән роман-пенталогия.

Спектакль романдың өс киҫәге мотивтары буйынса ҡуйылған. Уның үҙәгендә – революция, коллективлаштырыу һәм Икенсе донъя һуғышы осоронда йәшәгән Моратовтар ғаиләһенең тарихы. Ҡара Тирәкле ауылында сит исемдәр аҫтында йәшәгән башҡорт байҙары Диңгеҙхан менән Барсынбикәнең яҙмышы ябай түгел: илдәге үҙгәрештәргә риза булмағандар менән бергә Диңгеҙхан енәйәт ҡылып, үҙ өҫтөнә гонаһ ала – шуның арҡаһында уның ғаиләһе тотош ырыуын юҡ итерлек ҡарғышҡа дусар ителә.

“Ябай кеше үҙенең яҙмышына ҡаршы тора аламы?” – тигән һорау менән Барсынбикә балаларының – Гөлбаныу менән Ихсанбайҙың яҙмышы өсөн көрәшә.

Ҡуйыусы режиссеры – Айрат Абушахманов, инсценировка авторҙары – Айрат Абушахманов, Ангиза Ишбулдина, ҡуйыусы рәссамы – Альберт Нестеров, композиторы – Рәмис Хәкимов, хореографы – Алина Мостаева, грим буйынса рәссам – Дилара Ласыгина, рәссам-яҡтыртыусыһы – Сергей Гаевой.

Ролдәрҙә: Римма Ҡаһарманова, Фәнис Рәхмәтов, Гөлназ Хайсарова, Руслан Хайсаров, Зилиә Ситдиҡова, Лилиә Сәғитова, Айым Сөләймәнова, Тәнзилә Хисамова, Алмас Әмиров, Гүзәл Маликова, Алһыу Бәхтиева,  Юнир Ҡоланбаев, Азат Вәлитов, Артур Кәбиров, Зиләрә Юлтаева, Айҙар Шәмсетдинов, Линар Бәитов, Айнур Ғәбитов, Сабина Кирәева, Гүзәл Хәсәнова, Илүзә Күсәбаева һәм балалар – Әминә Сәлмәнова, Самира Ҡоланбаева, Алтынай Урманшина, Рамаҙан Ғәлимов.