ПРЕМЬЕРА МЕНӘН!

ПРЕМЬЕРА МЕНӘН!

Бөгөн, 23 июнь, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә тағы ла бер матур премьера – Фәтхи Бурнаш пьесаһы буйынса “Йәш йөрәктәр” спектакле күрһәтелде.
Ҡуйыусы режиссеры – Фирғәт Ғарипов, БР атҡаҙанған артисы
Ҡуйыусы рәссамы – Рөстәм Баймөхәмәтов
Композитор – Нур Дауытов, РФ атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, С.Юлаев исем. Дәүләт премияһы лауреаты
Хореограф – Сулпан Асҡарова, БР атҡаҙанған артисы
Оркестр етәксеһе – Урал Иҙелбаев, РБ атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш.Бабич исем. Йәштәр республика дәүләт премияһы лауреты
Адаптация авторы, консультант – Зөһрә Бураҡаева, Ш.Бабич исем. Йәштәр республика дәүләт премияһы лауреты
Вокал – Нурия Мортазина, БР атҡаҙанған артисы

Ролдәрҙә – Башҡортостандың халыҡ артистары Алһыу Бәхтиева, Илдар Ғүмәров, Гүзәл Маликова, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Илсур Байымов, Руслан Хайсаров, Ш.Бабич исем. Йәштәр республика дәүләт премияһы лауреттары Урал Аминов һәм Артур Кәбиров, театрҙың талантлы йәштәре Айнур Ситдиҡов, Айҙар Шәмсетдинов, Лилиә Ғәлина, Гөлназ Хайсарова, Илүзә Итекәйева. Төп ролдә – М.С.Щепкин исем. Юғары театр училишеһын тамалап, беҙҙә эшләп йөрөүсө йәш актриса Сабина Кирәйева һәм З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында 4 курс студенты Динислам Сафин.
Премьераны беҙҙең коллегалар, мәҙәниәт һәм сәнғәтэшмәкәрҙәре, матубуғат хеҙмәткәрҙәре лә килеп ҡараны. Тамаша залы тулы ине, күңелдәр ҙә нурға мөлдөрәмә тулы булды! Ҡыҫҡаһы, гөрләп үтте премьера, тамашасы һоҡланыулы хистәрен йәшермәне: көлдө, иланы, ҡушылып йырланы.
Быйылғы миҙгелдең һуңғы премьераһы шулай матур итеп үтеп китте. Киләһе миҙгелдә осрашҡанға тиклем, тамашасыбыҙ!