«АЛТЫН ЙОНДОҘ» МИҘАЛЫ – БЕҘҘЕҢ ТЕАТРҘА!

«АЛТЫН ЙОНДОҘ» МИҘАЛЫ – БЕҘҘЕҢ ТЕАТРҘА!

9 майҙа беҙҙең театрға тик бер көнгә генә Башҡортостан Республикаһы Милли музейы фондынан Рәсәй Геройы, генерал Миңлеғәли Шайморатовтың «Алтын Йондоҙ» миҙалы килтереләсәк.

Шул уҡ көндә 18:00 сәғәттә генерал Миңлеғәли Шайморатов һәм данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тураһындағы “…Ат уйнатып алдан бара…” спектакле күрһәтелә. Һәр мәлдә еңеү хаҡына йәнен аямаған ҡаһарман, дошманды дер ҡалтыратҡан, уны үҙен хөрмәт итергә мәжбүр иткән Шайморатов, шайморатовсылар тураһында ул. Тамашасылар сәхнә әҫәре менән берлектә документаль фильм да ҡарай, сөнки сәхнәләге ваҡиғалар экрандағы кинохроникалар менән бергә үрелеп бара. Спектакль матур, сағыу, алыш алымдарын индергән хәрби-патриотик бейеүҙәр, рухлы йырҙар, хисле шиғырҙар менән байытылған. Миңлеғәле Шайморатов ролен Ш.Бабич йәштәр премияһы лауреаты Артур Кәбиров башҡара. Спектаклде сәхнәгә Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең ххалыҡ артисы, С.Юлаев премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев сығарҙы, пьеса авторы драматург Зөһрә Бураҡаева.

Спектакль БР Милли һәм Хәрби-тарихи музейҙары, БР Милли тарих архивы һәм Ә.Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы фондтарында һаҡланған документтарға нигеҙләнеп яҙылған.