Карелия Республикаһында Рәсәй милли театрҙар Ассоциацияһының ойоштороу конференцияһы бара. Башҡортостан Республикаһынан делегация составына беҙҙең театр директоры Иршат Ишбулат улы Фәйзуллин да инде. Конференцияла Рәсәйҙәге милли театрҙарҙың торошоноң актуаль мәсьәләләре, шулай уҡ заманса мәғлүмәт киңлегендә театрҙың позициялары тураһында фекер алыштылар.
Ҡыуаныслы яңылыҡ хәбәр итәбеҙ, Иршат Ишбулат улы Рәсәй Федерацияһының милли театрҙар Ассоциацияһы советы составына һайланды.
– 2020 йылдың сентябрь айында мин милли театрҙар Ассоциацияһының беренсе ултырышында ҡатнаштым. Һәм бына бөгөн Рәсәйҙең 31 милли театры Театр сәнғәте өлкәһендә хеҙмәттәшлек, белгестәр өсөн белем биреү программаларын ойоштороу, гастролдәр эшмәкәрлеге, берләштереү һәм башҡа күп кенә хеҙмәттәшлек тураһында меморандумға ҡул ҡуйҙы. 2022 йылда тормошҡа ашырыу өсөн аныҡ пландар бар. МТА советы составында булыу – ул билдәле бер өҫтөнлөк. Совет ойоштороу мәсьәләләре, МТА-ны алға ебәреү, яңы пландарҙы, бурыстарҙы ҡабул итеү һәм уларҙы тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнәсәк. Нәүрүз фестивале ваҡытында Ҡазанда театрҙың маркетингы һәм алға барыу менән шөғөлләнеүсе белгестәр өсөн белем биреү программалары ойоштороласаҡ. Рәсәйҙең МТА конференцияһы киләһе йылдың йәй көнө Якутияла уҙасаҡ, – тип һөйләне Иршат Фәйзуллин.