РИФ ТОЙҒОН ИҪТӘЛЕГЕНӘ

РИФ ТОЙҒОН ИҪТӘЛЕГЕНӘ

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры музейында билдәле шағир һәм прозаик, публицист, драматург һәм йәмәғәт эшмәкәре Риф Ғәлим улы Тойғоновтың тормошона һәм ижадына арналған “Үҙ заманының улы” исемле экспозиция асылды (Р.Тойғон; 1946-2014). Р.Тойғон Башҡортостандың әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә, яҙыусылыҡ йәмғиәте үҫешенә һәм нығыныуына ҙур өлөш индергән шәхестәрҙең береһе. Ул “Ҡул йылыһы”, “Тәҙрәмдәге ут”, “Күңел сыуалышы”, “Ғүмер мәлдәре” һ.б. шиғри йыйынтыҡтар, шулай уҡ повестар, пьесалар авторы. 1984-87 йылдарҙа М.Ғафури ис. Башҡорт академия драма театрының әҙәбиәт бүлеге етәксеһе, 1989-92 йй. – репертуарҙар йүнәлешендә директор урынбаҫары вазифаһын башҡара. Театрҙың музейында төрлө йылдарҙағы фотоһүрәттәр, шәхси һәм эш документтары, хаттар, саҡырыу ҡағыҙҙары, яҙыусының ҡултамғаһы ҡуйылған китаптары, шәхси әйберҙәре урын алған. Күргәҙмә экспозицияһын ойоштороусылар – БР-ның Милли әҙәбиәт музейы һәм М.Ғафури ис. БАДТ музейы. Экспозиция менән 2022 йылдың 16 ғинуарына тиклем алдан бирелгән заявка буйынса йәки спектакль алдынан һәм антракт ваҡытында танышырға мөмкин.

Бәйләнеш өсөн телефондар: БР-ның Милли әҙәбиәт музейы — 8 (347) 228-95-71; М.Ғафури ис. БАДТ музейы — 8 (347) 273-80-27.

 

Рәхим итегеҙ!

Белешмә: Риф Ғәлим улы Тойғонов 1946 йылдың 24 октябрендә Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы Аҡсура ауылында тыуған. 1963 йылда урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Студент йылдарында йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, “Шоңҡар” әҙәби-ижад түңәрәгендә шөғөлләнеп, шиғри оҫталығын артабан камиллаштыра. Уҡыуын тамамлағас, Совет Армияһына хәрби хеҙмәткә алына. Әрменән һуң, хеҙмәт эшмәкәрлеген “Совет Башҡортостаны” гәзитендә хәбәрсе булып башлай. Уҙған ХХ быуаттың етмешенсе йылдарында Нуриман һәм Иглиндә район гәзиттәрендә әҙәби хеҙмәткәр һәм тәржемәсе булып эшләй. Мәскәүҙә СССР Яҙыусылар союзының М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты ҡарамағындағы Юғары әҙәбиәт курстарында уҡый. “Ҡул йылыһы”, “Тәҙрәмдәге ут”, “Күңел сыуалашы”, “Һөйөү белмәй һуңлауҙы”, “Төнгө поезд”, “Ғүмер мәлдәре” һ.б. китаптар авторы.

2000 йылда Төркиәнең Малатья ҡалаһында уҙғарылған төрки телле илдәр шағирҙәрының III халыҡ-ара фестивалендә әҙип Башҡортостан вәкиле булып уңышлы сығыш яһай. Щулай уҡ, 2012 йылда Төркиәнең Тарсус ҡалаһында үткән XI «Шиир Акшамлари» (Шиғриәт кистәре) халыҡ-ара фестивалендә ҡатнаша.

Риф Тойғонов төрлө йылдарҙа Өфө «Нур» татар дәүләт театрында һәм Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында әҙәби бүлек мөдире, репертуарҙар йүнәлешендә директор урынбаҫары вазифаларын башҡара һәм театрҙар репертуарын байытыуға ҙур өлөш индерә.

Риф Ғәлим улының тормошонда һәм, әлбиттә, ижад биографияһында республиканың Яҙыусылар союзы айырым урын алып тора. Әүҙем йәмәғәт эшмәкәре 13 йыл дауамында (1996—2009) Союз идараһы рәйесе урынбаҫары вазифаһын намыҫлы башҡара. Ул төрлө быуын һәм төрлө милләт әҙиптәрен бергә туплауға, вафат булған яҙыусы һәм шағирҙарҙың әҙәби мираҫын йыйыуға һәм һаҡлауға күп көс һала. Йөкмәтелгәнде үтәүгә яуаплылыҡ менән ҡарауы, намыҫлы һәм әҙәпле булыуы, башҡаларға хәстәрлекле һәм илтифатлы мөнәсәбәт күрһәтеүе нигеҙендә Риф Тойғон 2012 йылдың мартында республика әҙәбиәтселәре тарафынан БР Яҙыусылар союзының идара рәйесе итеп һайлана. Сағыштырмаса ҡыҫҡа ғына ваҡытта ижади берекмә эшмәкәрлеген яңы кимәлгә күтәрергә, заман талаптарына тулыһынса яраҡлаштырырға ҙур өлөш индерә. Нәтижәлә яңы рәйес ойошторған һәм үткәргән саралар башҡорт әҙәбиәтенең артабанғы үҫешенә, йәмғиәттә яҙыусылар абруйын күтәреүгә булышлыҡ итә.

Талантлы һәм илһөйәр шағир, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Риф Тойғоновтың күп йыллыҡ хеҙмәт һәм ижади эшмәкәрлеге “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” (2006) һәм “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” (1997) тигән маҡтаулы исемдәр, Сергей Чекмарёв (1998) һәм Фәтих Кәрим (2005) исемендәге әҙәби премиялар менән лайыҡлы баһалана.

Риф Тойғон 2014 йылдың 8 ғинуарында вафат була. Шишмә районының Урта Хәжәт ауылында ерләнгән.