Бөгөн беҙҙең театрҙа тағы ла бер матур сәхнә әҫәре тыуҙы. Виктория Емелеваның “РАС-сказы” пьесаһы буйынса “БАЛАМ” социаль спектакле. Был спектакль шул тиклем дә мөһим теманы ҡуҙғата – аутист балаларҙың ата-әсәләренең уй-кисерештәрен, уларҙың йәшәйешен, күңел торошон күрһәтә. Спекакль геройҙары Өфө, Мәскәү, Ҡаҙағстан, Шотландияла йәшәй, һәм уларҙың барыһын да үҙ балаһына – бауыр итенә булған сикһеҙ мөхәббәт берләштерә. Спектакль үтә лә етди темаға ҡағылһа ла, унда һыҙланыуһар, уй-хәсрәттәр тураһында һөйләнелһә лә, ул барыбер оло мөхәббәт хаҡында, ти тамашаны сәхнәгә сығарыусы төркөм.
Премьераға спектакль өсөн “донор” булған ата-әсәләр ҙә килгәйне. Спектаклдән һуң улар артистар менән осрашты.
Иртәгә лә премьера – спектаклде икенсе актер составы уйнай.