9 МАЙ– ЕҢЕҮ КӨНӨ!

9 МАЙ– ЕҢЕҮ КӨНӨ!

«Бер нәмә лә, бер кем дә онотолмай»🕊
Дүрт кенә хәрефтән торған ошо һүҙҙә күпме оло мәғәнә, күпме һағыш-борсоу, күпме шатлыҡ һәм бәхет, күпме әсе күҙ йәштәре, бар кешелек ғүмере, бөтә тормош асылы… Ҡәҙерле атай-олатайҙарҙың ғәзиз ғүмерҙәре менән ниндәй ҙур юғалтыуҙар һәм тетрәнеүҙәр менән яуланған ул Бөйөк Еңеү!..
Илебеҙ күге – аяҙ, донъяларыбыҙ имен булһын, шул ваҡытта ғына ижад итергә, эшләргә, яратырға һәм бәхетле йәшәргә була!
Һәр бер йортта муллыҡ, бәхет һәм тыныслыҡ тантана итһен!