9 ДЕКАБРЬ – ВАТАН ГЕРОЙҘАРЫ КӨНӨ

9 ДЕКАБРЬ – ВАТАН ГЕРОЙҘАРЫ КӨНӨ

Бөгөн Ватан геройҙары көнө билдәләнә. Бындай көн кәрәк. Был – патриотик тәрбиәнең нигеҙе. Илде һәр ваҡыт яратырға, уға хеҙмәт итергә кәрәк.
Ватан геройҙары көнө 2007 йылдан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы билдәләнә. Әммә уның тарихы быуаттар төпкөлөнә барып тоташа, 1769 йылда Екатерина икенсе тарафынан изге Георгий ордены – иң юғары хәрби награда булдырыла, ул тыуған илдең именлеге өсөн йәнен-тәнен аямаған офицерҙар составына тапшырыла.
9 декабрь көнө Советтар Союзы Геройҙарын, Рәсәй Геройҙарын, Изге Георгий ордены һәм Дан ордены кавалерҙарын хөрмәтләйҙәр.

Илебеҙ абруйын, данын күтәргән, уны яҡлар, ҡурсалар өсөн йәнен дә аямаған шәхестәребеҙҙең береһе 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа ил Президенты Владимир Путиндың 2020 йылдың 30 мартындағы 230-сы Указы менән Рәсәй Геройы исеме бирелде.
Миңлеғәли Шайморатовтың исемен халыҡ бер ваҡытта ла онотмай. Һүҙ сәнғәтен генә алып ҡарағанда ла, арҙаҡлы шәхесебеҙ хаҡында йырҙар ижад ителде, легендалар тыуҙы, романдар, повестар, поэмалар, драмалар, публицистик яҙмалар, очерктар яҙылды, сәхнәләрҙә уның трагик образы, көслө рухы сағылдырылды.

27 август Башҡаланың Совет майҙанында Рәсәй геройы, легендар яҡташыбыҙ генерал-майор Миңлеғәли Шайморатовтың тыуыуына 124 йыл тулыуға арналған һәйкәлде асыу тантанаһынды М. Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры ” Ат уйнатып алдан бара…” ( Зөһрә Бураҡаева, Хөрмәтулла Үтәшев) спектәкленән өҙөк күрһәтте. Ошо матур саранан һеҙҙең иғтибарығыҙға видеояҙма.