3 майҙа “Бәхет хаҡы” спектакленә билет алған тамашасылар иғтибарына!

3 майҙа “Бәхет хаҡы” спектакленә билет алған тамашасылар иғтибарына!

3 майҙа “Бәхет хаҡы” спектакле актер, Рәсәйҙең, Башҡортостандың, Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев һәм Халыҡтар дуҫлығы ордендары кавалеры Фидан Сафа улы Ғафаровтың яҡты иҫтәлегенә арнап уйналасаҡ. Фидан Ғафаров уйнаған Зариф роленең сәхнәләре был көндө экранда күрһәтеләсәк.

“Бәхет хаҡы” мелодрамаһы 2012 йылдың 19 апрелендә сәхнәгә сыҡҡан (режиссеры – Айрат Абушахманов) һәм 3 майҙа спектакль 199-сы тапҡыр уйналыр ине…