3 АҘНАНАН БЕҘҘӘ ПРЕМЬЕРА – “ВАНЯ АҒАЙ”!!!

3 АҘНАНАН БЕҘҘӘ ПРЕМЬЕРА – “ВАНЯ АҒАЙ”!!!

Бөгөн беҙ һеҙҙе спектаклдең режиссёры – Степан Пектеев менән таныштырырға теләйбеҙ.

Марий Эл Республикаһында ижади ғаиләлә тыуып үҫкән Степан Пектеев бала саҡтан уҡ театр менән ҡыҙыҡһына һәм ғүмере буйына театр сәнғәте аша милли үҙенсәлектәр темаһын тикшерә. Мәктәпте тамамлағандан һуң ул Санкт-Петербург ҡалаһында Анатолий Праудиндың режиссёрҙар курсында, артабан Валерий Фокин менән Андрей Могучийҙың магистратураһында белем ала. Уҡып бөткәс, Г.А.Товстоногов исемендәге Ҙур драма театрында Андрей Могучий менән бергә эш башлай.
Уның ижади биографияһында Санкт-Петербург, Таллин, Мәскәү, Киров, Хабаровск, Калининград, Йошкар-Ола, Кудымкар театрҙарында ҡуйылған спектаклдәр бар. Режиссёрҙы айырыуса «иммерсив театр» һәм «site-specific» ҡыҙыҡһындыра – был йүнәлештәр буйынса ул бер нисә проект ижад итә, улар араһында тауға күтәрелеү спектакле, Мәскәүҙәге Ленинград вокзалында спектакль-экскурсия, Санкт-Петербургта Даниил Хармс текстары буйынса буш бассейн эсендә иммерсив спектакль, шулай уҡ Санкт-Петербург, Калининград, Түбәнге Новгород, Новосибирск һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалалары урамдарында променад-спектаклдәр.
Режиссёрҙың эштәре бик күп конкурс һәм фестиваль премияларына лайыҡ, улар араһында «Алтын Битлек», «Арлекин», «Арт-миграция», «Реаль театр», Театр сәнғәте биенналлеһы («Режиссура дәрестәре») бар.
«Ваня ағай» спектакле – М.Шкетан исемендәге Мари милли драма театры менән берлектә әҙерләнгән проект, ул Рәсәйҙең Милли театрҙары ассоциацияһы ярҙамы менән тормошҡа ашырыла.

“Ваня ағай” режиссёрҙың Башдрамтеатр сәхнәһендә тәүге спектакле буласаҡ һәм ҡәҙерле тамашасыларыбыҙға А.П.Чехов ижады менән тағы ла бер тапҡыр осрашыу мөмкинлеге бирәсәк.

13 һәм 14 мартта премьерала көтөп ҡалабыҙ!