Яңы йылға тиклем бик аҙ ғына ваҡыт ҡалды. Әле уҙып барған йылдың иң сағыу ваҡиғаларын һәм үҙебеҙҙең уңыштарыбыҙ, ҡаҙаныштарыбыҙҙы иҫкә алып, йомғаҡ яһарға иң яҡшы миҙгелдер. Башланыҡ!
ПРЕМЬЕРАЛАР:
«Бөйрәкәй» («Бурёнушка»), Таңсулпан Ғарипова. Премьера көнө – 28 февраль, 23 март. Режиссёр Айрат Абушахманов. Инсценировка авторҙары Айрат Абушахманов, Ангиза Ишбулдина. Рәссам Альберт Нестеров. Композитор Рәмис Хәкимов. Хореограф Алина Мустаева. Рәссам-яҡтыртыусы Илшат Саяхов.
«Заятүләк менән Һыуһылыу» («Заятуляк и Хыухылыу»), Мәжит Ғафури, Мария Малухина. Премьера көнө – 28 июнь. Режиссёр Илсур Ҡаҙаҡбаев. Рәссам Ася Бубнова. Композитор Магуля Мезинова. Хореограф Илья Оши. Рәссам-яҡтыртыусы Сергей Скорнецкий. Визуаль эффекттар буйынса рәссам Михаил Теребиленко.
«Йырланмаған йырым һин…» («Неспетая песня моя…»), Венер Исхаҡов. Премьера көнө – 25 октябрь. Режиссёр Айрат Абушахманов. Инсценировка авторҙары Айрат Абушахманов, Динара Ҡәйүмова. Рәссам Алина Нуриманова. Композитор Рәмис Хәкимов. Хореограф Алина Мустаева. Рәссам-яҡтыртыусы Илшат Саяхов. Видеоконтент Руслан Юлтаев. Вокал буйынса педагог Нурия Мортазина.
«Ах, был мөхәббәт!..» («Ах уж эта любовь!..»), А.П.Чехов. Премьера көнө – 6 декабрь. Спектаклдең художество етәксеһе Айрат Абушахманов. Яуаплы режиссёр Алмас Әмиров. Рәссам Альберт Нестеров. Хореограф Алина Мустаева. Башҡорт теленә тәржемә авторҙары Агиш Ғирфанов («Айыу»), Фирүзә Исҡужина («Тәҡдим яһау»).
«Әкиәт илендә мажаралар» («Вовка в Тридевятом царстве»), В.Коростылёв. Премьера көнө – 20 декабрь. Ҡуйыусы режиссёр Фирғәт Ғарипов. Инсценировка авторы Ангиза Ишбулдина. Ҡуйыусы рәссам Әлиә Байрамғолова. Хореограф А.Родионов. Композитор Рәмис Хәкимов.
ГАСТРОЛДӘР:
Театрҙың Ырымбурға һәм Башҡортостан Республикаһының байтаҡ ҡала һәм райондарына гастролдәре ҙур уңыш менән үтте.
ФЕСТИВАЛДӘР:
Апрель – XI MITEM Халыҡ-ара театр фестивале (Будапешт ҡ., Венгрияның Милли театры) – «Ҡара йөҙҙәр» спектакле;
16–23 май – «Туғанлыҡ» Халыҡ-ара милли театрҙар фестивале – «Ҡыҙыл паша» спектакле;
10 сентябрь – V «Федерация» Бөтә Рәсәй милли театрҙар фестивале (8–14 сентябрь, Грозный ҡ., Чечен Республикаһы) – «Бөйрәкәй» спектакле.
КОНГРЕСТАР, ФОРУМДАР:
10–11 март – IV «АРТ-Ҡоролтай» мәҙәни форумы – М.Ғафури ис. Башҡорт академия драма театры һәм С.Чанба ис. Абхаз дәүләт драма театры Хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы (Өфө ҡ.);
28–29 май – Театр директоры И.И.Фәйзуллин VIII «Науруз» Халыҡ-ара театр-белем биреү форум-фестивале эшендә ҡатнашты (Ҡазан ҡ., Татарстан Республикаһы);
28–30 июнь – Театр директоры И.И.Фәйзуллин II Рәсәй милли театрҙары конгресында һәм Беренсе йәйге Рәсәй милли театрҙары фестивалендә ҡатнашты (Суздаль һәм Владимир ҡҡ.);
11–14 сентябрь – Театр директоры И.И.Фәйзуллин X Санкт-Петербург халыҡ-ара берләшкән мәҙәниәттәр форумында ҡатнашты;
1–5 декабрь – Театр директоры И.И.Фәйзуллин II Төньяҡ-Кавказ мәҙәни форумында ҡатнашты (Махачкала ҡ., Дағстан Республикаһы), «Милли театрҙы нисек бренд итергә?» темаһына сығыш яһаны.
RUSSIAN EVENT AWARDS 2024 ВАҠИҒАЛЫ ТУРИЗМ ӨЛКӘҺЕНДӘ ХАЛЫҠ-АРА ПРЕМИЯҺЫ:
19–21 сентябрь – RUSSIAN EVENT AWARDS 2024 Ваҡиғалы туризм өлкәһендә халыҡ-ара премияһының Волга буйы федераль округының округ этабы. М.Ғафури ис. Башҡорт академия драма театры Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә «“Туғанлыҡ” Халыҡ-ара милли театрҙар фестивале» проектын тәҡдим итте һәм «100 000 кешенән ашыу халыҡ йәшәгән ҡалалар араһында мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге иң яҡшы туристик ваҡиға» номинацияһында беренсе урын алды (Йошкар-Ола ҡ., Марий Эл Республикаһы);
27–28 ноябрь – XIII RUSSIAN EVENT AWARDS Ваҡиғалы туризм өлкәһендә халыҡ-ара премияһы финалы (Түбәнге Новгород ҡ.).
ЮБИЛЕЙҘАР:
17 февраль – Рәсәйҙең атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ артисы Рәүис Заһитовтың юбилей бенефисы (75 йәш). «Ҡоҙаса» спектакле;
5 апрель – Башҡортостандың халыҡ артисы Сәғиҙулла Байегетовтың юбилей бенефисы (50 йәш). «Урал батыр» спектакле;
13 июнь – БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, РФ юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре Фәрдүнә Ҡасимованың юбилей кисәһе (90 йәш) – режиссёр Х.Ғ.Үтәшев, сценарий авторы Д.С.Ҡәйүмова;
12 октябрь – РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың, Татарстан Республикаһының халыҡ артисы Фидан Ғафаровтың бенефисы (77 йәш). «Бәхет хаҡы» спектакле;
18 октябрь – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илсур Байымовтың юбилей бенефисы (50 йәш). «Ҡоҙаса» спектакле;
25 октябрь – Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаровтың юбилей бенефисы (50 йәш). «Йырланмаған йырым һин…» спектакленең премьераһы;
4–9 ноябрь – Театрҙың баш режиссёры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың С.Юлаев ис. дәүләт премияһы лауреаты Айрат Абушахмановтың юбилей аҙналығы (50 йәш). «Бәхет хаҡы», «Ҡара йөҙҙәр», «Һинһеҙ килгән яҙҙар», «Джут. Һуңғы йәйләү», «Ул бит кисә ине», «Бөйрәкәй» спектаклдәре;
14 ноябрь – Хәбибулла Ғәбитовтың тыуыуына 140 йыл тулыуға арналған сара (режиссёр Х.Ғ.Үтәшев);
21 ноябрь – БАССР-ҙың халыҡ артисы Муллаян Һөйәрғоловтың юбилей кисәһе (90 йәш). «Йәш йөрәктәр» спектакле;
3–4 декабрь – Театрҙың 105 йыллыҡ юбилейы: 3 декабрь – «Заятүләк менән Һыуһылыу»; 4 декабрь – «Ҡара йөҙҙәр».
НАГРАДАЛАР:
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы – Ҡаһарманова Римма Рәсүл ҡыҙы
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы – Йомағолова Айһылыу Илшат ҡыҙы
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре – Ҡаҙаҡбаев Илсур Юлай улы
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре – Юлтаев Руслан Сәмерхан улы
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы – Ғәйнетдинова Зөлфиә Хажимөхәмәт ҡыҙы
- Салауат Юлаев ордены – Иҙелбаев Урал Мирас улы, Әмиров Алмас Хәдис улы
- «Хеҙмәт даны» миҙалы – Ғафаров Азамат Фидан улы, Хәйруллина Миңзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы
Үтеп барған 2024 йыл Башдрам тарихы биттәрендә ошондай эҙҙәр ҡалдырҙы. Киләһе Яңы йылға яңы пландар, яңы спектаклдәр, яңы гастролдәр, яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!