105-СЕ ТЕАТР МИҘГЕЛЕН АСЫРҒА САҠЫРАБЫҘ!

105-СЕ ТЕАТР МИҘГЕЛЕН АСЫРҒА САҠЫРАБЫҘ!

3 октябрҙә 19:00 сәғәттә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында 105-се театр миҙгелен тантаналы асыу буласаҡ!

Башдрамтеатр һеҙҙе онотолмаҫлыҡ ваҡиғаға – традициялар менән заманса сәнғәтте берләштергән тантанаға саҡыра. Миҙгел асыу билдәле башҡорт яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың  романы буйынса ҡуйылған, йөрәктәргә үтеп ингән, режиссер Айрат Абушахманов ҡатмарлы яҙмыштарҙы тарих, мәҙәниәт һәм кешелек хистәре аша сағылдырған тәрән эстәлекле  «Бөйрәкәй» / «Буренушка спектаклен күрһәтеү менән башланасаҡ.

«Бөйрәкәй» спектакле тамашасыларҙы тәрән кисерештәр һәм ғаилә йолалары донъяһына алып инә, башҡорт халҡының рухи көсөн күрһәтеп, милләтебеҙҙең бай рухи мираҫын сағылдыра. Был спектакль философик уйланыуҙарға бай, бер кемде лә битараф ҡалдырмаясаҡ.

Традицияға ярашлы, тантана Мәжит Ғафури, Арыҫлан Мөбәрәков һәм Мостай Кәрим һәйкәлдәренә сәскәләр һалыу менән башланасаҡ. Был күренеш театрҙың үҙенсәлекле мәҙәни мираҫын һәм быуындан-быуынға тапшырылған рухи традицияларҙы һаҡлап ҡалыуға ихтирамды сағылдыра.

105-се миҙгел асыу – театр тарихының бер өлөшө булып, күңелегеҙгә үтеп инерлек сәнғәттән йәм алыу өсөн уникаль мөмкинлек.

Һеҙҙе 3 октябрҙә ошо мөһим һәм сағыу ваҡиғала көтөп ҡалабыҙ!