Кисә, 3 октябрҙә, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры үҙенең яңы, 105-се театр миҙгелен Таңсулпан Ғарипованың романы буйынса ҡуйылған «Бөйрәкәй» спектакле менән асты. Спектаклдең режиссеры Айрат Абушахманов.
Ғәҙәткә ингәнсә, был көн театр артистары һәм хеҙмәткәрҙәре СССР-ҙың халыҡ артисы Арслан Мөбәрәковтың, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең һәм театрға исемен биргән Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың һәйкәлдәренә сәскәләр һалды.
Быйылғы миҙгел һеҙҙе ниндәй ваҡиғалар менән ҡыуандырасаҡ?
Беҙ һеҙгә бай һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнек. Яңы спектаклдәр, иҫтәлекле саралар һәм көтөлмәгән асыштар һеҙҙе көтә!
12 октябрь – Рәсәйҙең, Башҡортостандың, Татарстандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, С.Юлаев ордены кавалеры, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Фидан Ғафаровтың 77 йәше. Был көндә талантлы Хәлисә Мөҙәрисова пьесаһы буйынса ҡуйылған «Бәхет хаҡы» музыкаль мелодрамаһы күрһәтеләсәк. Айрат Абушахмановтың режиссураһында донъя күргән был спектакль тамашасыларға тәрән хис-тойғолар, уйландырырлыҡ философия һәм күңелде арбар музыка бүләк итәсәк.
18 октябрь – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илсур Байымовтың бенефисы. Юбиляр сәхнәгә Мөхәмәтшә мулла ролендә «Ҡоҙаса» музыкаль мелодрамаһында сығасаҡ. Кисә тамашасыларға йәнле образдар һәм яҡшы кәйеф вәғәҙә итә.
25 октябрь – миҙгел премьераһы! Венер Исхаҡовтың «Йырланмаған йырым һин…» повесы буйынса Айрат Абушахманов ҡуйған яңы спектаклде һеҙгә тәҡдим итәбеҙ. Шул уҡ көндә Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаровтың юбилей бенефисы үтәсәк.
14–15 ноябрь – Ырымбур ҡалаһында гастролдәр үтәсәк. Унда Башҡорт Драма Театрының иң яҡшы спектаклдәрен күрһәтәсәкбеҙ!
Быйылғы миҙгелдә һеҙҙе күңелгә үтеп инерлек осрашыуҙар, йылы кисәләр, яратҡан спектаклдәр һәм премьералар көтә!
Миҙгел асырға килгән һәр кемгә ҙур рәхмәт!
Барығыҙҙы ла яңы миҙгелдә театрҙа көтөп ҡалабыҙ!