ПРЕМЬЕРАЛАР:
«Йырланмаған йырым һин…», музыкаль мелодрама, Венер Исхаҡов. Премьера көнө – 25 октябрь. Режиссёр Айрат Абушахманов. Инсценировка авторҙары Айрат Абушахманов, Динара Ҡәйүмова. Рәссам Алина Нуриманова. Композитор Рәмис Хәкимов. Хореограф Алина Мустаева. Рәссам-яҡтыртыусы Илшат Саяхов. Видеоконтент Руслан Юлтаев. Вокал буйынса педагог Нурия Мортазина.
«Ах, был мөхәббәт!..», Антон Чехов. Премьера көнө – 6 декабрь. Спектаклдең художество етәксеһе Айрат Абушахманов. Яуаплы режиссёр Алмас Әмиров. Рәссам Альберт Нестеров. Хореограф Алина Мустаева. Башҡорт теленә тәржемә авторҙары Агиш Ғирфанов («Айыу»), Фирүзә Исҡужина («Тәҡдим яһау»).
«Әкиәт илендә мажаралар», Вадим Коростылёв. Премьера көнө – 20декабрь. Ҡуйыусы режиссёр Фирғәт Ғарипов. Инсценировка авторы Ангиза Ишбулдина. Ҡуйыусы рәссам Әлиә Байрамғолова. Композитор Рәмис Хәкимов. Хореограф Александр Родионов.
«Ваня ағай» – М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының һәм М.Шкетан исемендәге Мари милли драма театрының спектакль-коллаборацияһы; тормош күренештәре, Антон Чехов. Премьера көнө – 13 март. Режиссёр Степан Пектеев (Санкт-Петербург). Ҡуйыусы рәссам Катерина Андреева (Санкт-Петербург). Композитор Евгений Роднянский (Санкт-Петербург). Проект Рәсәйҙең Милли театрҙар ассоциацияһы булышлығында тормошҡа ашырылды.
«Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем» – Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм МХО-ға арналған кинодрама, Гөлсирә Ғиззәтуллина. Премьера көнө – 23 апрель. Режиссёр Айрат Абушахманов. Инсценировка авторҙары Айрат Абушахманов, Динара Ҡәйүмова. Ҡуйыусы рәссам Альберт Нестеров. Композитор Рәмис Хәкимов. Хореограф Ринат Абушахманов. Видеорежиссёр Руслан Юлтаев. Рәссам-яҡтыртыусы Сергей Гаевой. Немец теле буйынса консультант Рәмзиә Латыпова.
ГАСТРОЛДӘР
105-се миҙгелдә Башдрамтеатр Ырымбур ҡалаһында «Йырланмаған йырым һин…» һәм «Бөйрәкәй», Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Астанала «Бөйрәкәй» һәм «Ҡара йөҙҙәр» спектаклдәре менән гастролдәрҙә йөрөп ҡайтты. Сит тараф тамашасылары башҡорт артистарын ҡайнар алҡыштарға күмде, гастролдәр ҙур уңыш менән үтте.
Театр коллективы республиканың район-ҡалаларында йәшәгән тамашасыларҙы ла онотманы. Бер миҙгел эсендә төрлө спектаклдәр менән Башҡортостандың байтаҡ ауыл һәм ҡалаһында сығыш яһаны, залдар тулы тамашасы йыйҙы.
ФЕСТИВАЛДӘР
10 сентябрҙә театр коллективы Чечен Республикаһының баш ҡалаһы Грозныйҙа үткән V «Федерация» Бөтә Рәсәй милли театрҙар фестивалендә ҙур уңыш менән сығыш яһаны. Х.Нурадилов исемендәге Чечен дәүләт академия театры сәхнәһендә башҡорт артистары «Бөйрәкәй» спектаклен күрһәтте.
7 июнь – II «Әйҙә уйнарға» Бөтә Рәсәй уйындар һәм уйынсыҡтар фестивале – «Сысҡандар мажараһы» спектакле.
14 июнь – Төрки халыҡтарҙың XVII «Науруз» халыҡ-ара театр фестивале сиктәрендә XI Халыҡ-ара театр олимпиадаһы (Татарстан Республикаһы, Ҡазан ҡалаһы) – «Ваня ағай» / «Ваня чӱчӱ» / «Дядя Ваня» спектакль-коллаборацияһының милләт-ара версияһы.
САРАЛАР
Театр коллективы республика, ил кимәлендә үткәрелгән мәҙәни сараларҙа, Өфө ҡалаһының 450 йыллығына, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған байрам сараларында, III «Китап байрамы» Халыҡ-ара китап йәрминкәһендә ихлас ҡатнашып, үҙенең тос өлөшөн индерҙе.
19 октябрҙә – Башҡортостандың халыҡ артисы, Түңгәүер ырыуының мәшһүр ҡурайсыһы Йомабай Иҫәнбаевҡа арналған китап-альбомдың исем туйы,
14 ноябрҙә – ғалим, шағир, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Хәбибулла Ғәбитовтың тыуыуына 140 йыл тулыуға арналған «Күҙ йәшемә ҡәләмемде манып…» исемле әҙәби-музыкаль кисә,
28 ғинуарҙа – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, драматург, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге дәүләт премияһы, Башҡортостандың С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Флорид Бүләковтың яҡты иҫтәлегенә арналған «Бишегемә кире ҡайтыу юлы» исемле хәтер кисәһе,
2 июндә башҡорт драматургы, композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Хәбибулла Ибраһимовтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған «Дауамы бар, йырымдың дауамы бар!» исемле хәтер кисәһе уҙҙы.
2–9 июндә Башдрамтеатр һәм Башҡортостандың Театр эшмәкәрҙәре союзы яңы исемдәр асыу маҡсатында «Төбәк драмаһы» драматургия лабораторияһы ойошторҙо.
ЮБИЛЕЙҘАР
12 октябрь – РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың, Татарстан Республикаһының халыҡ артисы Фидан Ғафаровтың бенефисы (77 йәш). «Бәхет хаҡы» спектакле;
18 октябрь – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илсур Байымовтың юбилей бенефисы (50 йәш). «Ҡоҙаса» спектакле;
25 октябрь – Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаровтың юбилей бенефисы (50 йәш). «Йырланмаған йырым һин…» спектакленең премьераһы;
4–9 ноябрь – Театрҙың баш режиссёры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Айрат Абушахмановтың юбилей аҙналығы (50 йәш). «Бәхет хаҡы», «Ҡара йөҙҙәр», «Һинһеҙ килгән яҙҙар», «Джут. Һуңғы йәйләү», «Ул бит кисә ине», «Бөйрәкәй» спектаклдәре;
21 ноябрь – БАССР-ҙың халыҡ артисы Муллаян Һөйәрғоловтың юбилейы (90 йәш). «Йәш йөрәктәр» спектакле;
3–4 декабрь – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры үҙенең 105 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ошо уңайҙан театр коллективы төрлө тарафтарҙан ҡотлау һүҙҙәре, теләктәр ҡабул итте, театр артистарына һәм хеҙмәткәрҙәренә маҡтаулы исемдәр һәм наградалар тапшырылды. Юбилейға арнап театрҙың оҫталығын, ижади ҡеүәтен, милли үҙенсәлеген асып һалған ике спектакль – «Заятүләк менән Һыуһылыу» һәм «Ҡара йөҙҙәр» күрһәтелде;
21 март – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәзифә Динмөхәмәтованың юбилей бенефисы. «Хыялый» спектакле;
29 март – Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Эльвира Юнысованың юбилейы. «Килен» спектакле;
4 апрель – Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Тәнзилә Хисамованың юбилей бенефисы. «Бәхет хаҡы» спектакле.
МАҠТАУЛЫ ИСЕМДӘР, НАГРАДАЛАР, ЕҢЕҮҘӘР
Римма Ҡаһарманова – Башҡортостандың халыҡ артисы
Айһылыу Йомағолова – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы
Илсур Ҡаҙаҡбаев – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
Руслан Юлтаев – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Зөлфиә Ғәйнетдинова – Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы
Алмас Әмиров, Эльвира Юнысова – Салауат Юлаев ордены
Азамат Ғафаров, Миңзәлә Хәйруллина – «Хеҙмәт даны» миҙалы
Илдар Ғүмәров – «Мәҙәниәттә һәм сәнғәттә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн»
миҙалы
105-се миҙгел дауамында бик күп театр артистары һәм хеҙмәткәрҙәре почёт грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
19–21 сентябрҙә RUSSIAN EVENT AWARDS 2024 Ваҡиғалы туризм өлкәһендә халыҡ-ара премияһының Волга буйы федераль округының округ этабында М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә «“Туғанлыҡ” Халыҡ-ара милли театрҙар фестивале» проектын тәҡдим итте һәм «100 000 кешенән ашыу халыҡ йәшәгән ҡалалар араһында мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге иң яҡшы туристик ваҡиға» номинацияһында беренсе урын алды (Марий Эл Республикаһы, Йошкар-Ола ҡалаһы).
Ғинуар айында «Алтын Битлек» Рәсәй Милли театр Премияһы һәм Фестиваль-конкурсының 2023–2024 йылдар миҙгеле буйынса премияға дәғүә итеүселәр исемлеге билдәле булды. Төп номинацияларҙа билдәләнмәгән, әммә эксперттарҙың иғтибарын йәлеп иткән спектаклдәрҙең «Драма һәм ҡурсаҡ театрҙары» йүнәлеше исемлегенә (Лонг-лист) «Бөйрәкәй» спектакле инде.
ОЛО ЮҒАЛТЫУ
2025 йылдың 27 апрелендә сәхнә легендаһы, миллионлаған тамашасының яратҡан актёры, популяр йырсы, Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, С.Юлаев һәм Халыҡтар дуҫлығы ордендары кавалеры, Өфө ҡалаһының почётлы гражданы Фидан Сафа улы Ғафаровтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны. 29 апрелдә театрҙа хушлашыу церемонияһы үтте. Бөйөк артисты һуңғы юлға оҙатырға туғандары, коллегалары, дәүләт һәм йәмәғәт вәкилдәре, сәнғәт эшмәкәрҙәре, уның ижадын һөйөүселәр килде. Матәм сараһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Фидан Ғафаровтың улы Азамат Ғафаровҡа атаһының «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орденын тапшырҙы. Республика етәксеһе бүләкләү тураһында указға артист иҫән сағында уҡ ҡул ҡуйылғанын билдәләне. Йола буйынса, Актёрҙы, бөйөк сәнғәт оҫтаһын һуңғы юлға көслө алҡыштар менән оҙаттылар. Фидан Сафа улы Ғафаров тыуған яғында – Дүртөйлө районының Яңы Уртай ауылында ерләнде.
3 майҙа Фидан Ғафаровтың яҡты иҫтәлегенә арнап «Бәхет хаҡы» спектакле уйналды. Фидан Сафа улы башҡарған Зариф роленең сәхнәләре был көндө экранда күрһәтелде.
ЯҢЫ АКТЁРҘАР
Быйыл актёрҙар составы йәш артистар Айзилә Төркмәнова, Айгиз Баймөхәмәтов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ш.Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Илгиз Таһиров менән тулыланды.
105-се миҙгел Башдрам тарихы биттәрендә ошондай эҙҙәр ҡалдырҙы. Күп эштәр эшләнде, ә алда – яңы идеялар, яңы пландар! Барығыҙға ла беҙҙең менән бергә булғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! 106-сы ижад миҙгелендә осрашҡанға тиклем, дуҫтар!