20 – 22 ғинуарҙа М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры “Йырланмаған йырым һин…” һәм “Внутри меня цунами” спектаклдәре менән Башҡортостандың Борай, Балтас, Тәтешле райондарында сығыш яһаясаҡ.
Ижад кешеһенең тормошон, төрлө һынауҙар аша үтергә мәжбүр күңел донъяһын тасуирлаған “ЙЫРЛАНМАҒАН ЙЫРЫМ ҺИН…” спектакле Венер Исхаҡов әҫәре буйынса режиссер Айрат Абушахманов тарафынан сәхнәләштерелгән. 16+
Гастроль программаһындағы “ВНУТРИ МЕНЯ ЦУНАМИ” спектакленең төп геройҙары – ҡыйыу, уйсан, һиҙгер, ғәҙеллек тойғоһо көсәйгән үҫмерҙәр. Спектакль улар менән аралашыу, аңлашыу миҙгелдәрен сағылдыра. (Т. Иванова, А. Ибраһимова, В. Толопова, режиссерҙар: И. Мөхөтдинов, З. Юлтаева, А. Әмиров) 12+
Спектакль рус телендә бара.
20 ғинуарҙа БОРАЙ районы Мәҙәниәт йорто сәхнәһендә:
13:00 – “Внутри меня цунами”. Биллетар
19:00 – “Йырланмаған йырым һин…”. Биллетар
21 ғинуарҙа БАЛТАС районы мәҙәниәт йорто сәхнәһендә:13:00 – “Внутри меня цунами”. Биллетар
19:00 – “Йырланмаған йырым һин…”. Биллетар
22 ғинуарҙа ҮРГЕ ТӘТЕШЛЕ мәҙәни-ял итеү үҙәге сәхнәһендә:
13:00 – “Внутри меня цунами”. Биллетар
19:00 – “Йырланмаған йырым һин…”. Биллетар
Действует Пушкинская карта
Осуществляется синхронный перевод на русский язык