Тантаналы асыу Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында уҙҙы һәм зауыҡлы бал форматында ойошторолдо. Ул республикабыҙҙың төрлө театрҙарынан килгән актерҙарҙы һәм сәнғәт әһелдәрен бер майҙанға йыйҙы.
Фестиваль ҡатнашыусыларын Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов тәбрикләне: «Х юбилей “Театра яҙы” фестивале асылыуы менән ихлас ҡотлайым. Был — бөтә театр донъяһы өсөн ҙур ваҡиға… Бында сәнғәт йәшәй, илһам тыуа, тамашасыға шатлыҡ өләшәләр. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Ижади уңыштар теләйем!»
Башҡортостан Республикаһы Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Алмас Әмиров фестивалдең әһәмиәтен билдәләп, уның оҙаҡ көтөлгән аралашыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, шулай уҡ алда көтөлгән театр премиялары айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятыуын билдәләне.
Фестиваль директоры Зиннур Фәрит улы «Театраль яҙы»ның йәнә республика театрҙарын берләштереүен, уларҙың ижади тормошо менән танышыу, аралашыу һәм бай йөкмәткеле белем биреү программаһында ҡатнашыу мөмкинлеген билдәләп үтте.
Фестивалдең программаһын Ҡурсаҡ театры А.С.Пушкин әҫәре буйынса ҡуйылған «Руслан һәм Людмила» спектакле (режиссёр О. Шарафутдинова) менән асты. Спектакль алдынан эксперттар өсөн театр буйлап экскурсия ойошторолдо.
Алда — спектаклдәргә, премьераларға һәм сағыу ижади асыштарға бай бер аҙна. Хәйерле юл, «Театраль яҙы–2026»!












