ӨФӨЛӘ «ТЕАТР ЯҘЫ – 2026» ҮТӘСӘК!

ӨФӨЛӘ «ТЕАТР ЯҘЫ – 2026» ҮТӘСӘК!

2026 йылдың 20–27 мартында Өфөлә Башҡортостан Республикаһының театр тормошондағы мөһим ваҡиғаларҙың береһе – «Театр яҙы – 2026» Республика конкурс-фестивале үтәсәк. Фестиваль төбәктең театр коллективтарын, билдәле сәхнә оҫталарын һәм киң тамашасы аудиторияһын берләштерәсәк.

Фестивалде ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры һәм Башҡортостан Республикаһының Театр эшмәкәрҙәре союзы.
Фестивалдең төп маҡсаттары – республикала театр сәнғәтен һаҡлау һәм үҫтереү, профессиональ бәйләнештәрҙе нығытыу, сәхнәләге актуаль тенденцияларҙы асыҡлау. Форум актёрҙарҙы, режиссёрҙарҙы, рәссамдарҙы, драматургтарҙы, театр тәнҡитселәрен һәм ойоштороусыларҙы бер майҙанға туплап, театр сәнғәтенең киләсәге хаҡында фекер алышыу өсөн асыҡ диалог киңлеге булдырасаҡ. Шулай уҡ фестиваль тамашасылар өсөн ысын мәғәнәһендә театр байрамына әйләнәсәк.
Бер аҙна дауамында Өфө Башҡортостандың төп театр ҡалаһына әйләнеп, тамашасыларға классик драманан алып заманса спектаклдәргә тиклем төрлө жанрҙар тәҡдим ителәсәк.

Фестиваль 20 мартта Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә асыла. Театр фойеһында фестивалде тантаналы асыу церемонияһынан һуң киске төп ваҡиға – режиссёр Айрат Абушахманов ҡуйған «Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем» спектаклен күрһәтеү планлаштырыла. Фестивалдең тәүге көнөндәге көндөҙгө программа ла йәш тамашасыларҙы ҡыуандырасаҡ: Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры А. Пушкиндың билдәле поэмаһы буйынса ҡуйылған «Руслан и Людмила» спектаклен тәҡдим итә.
Фестиваль барышында Өфө театрҙары сәхнәләрендә үҙ спектаклдәрен күрһәтәсәк:
• Өфө «Нур» дәүләт татар театры («Тау»)
• Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһенең Илшат Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры («Өлкән улым»)
• Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры («Спасите Лёньку!», «Аҡбуҙат»)
• Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры («Ҡанатлы генерал»)
• Өфө Йәш тамашасы театры («Денискины рассказы»)
• Сибай концерт-театр берекмәһенең «Сулпан» балалар театры («Герой»)
• Стәрлетамаҡ ҡалаһының Дәүләт рус драма театры («Дядя Ваня»)
• Салауат дәүләт башҡорт драма театры («Һөйөү көсө»)
• Башҡортостан Республикаһының дәүләт академия рус драма театры («Прошлым летом в Чулимске»)
• Туймазы дәүләт татар драма театры («Узган җәй Чулимскийда»)
Конкурстан тыш программа сиктәрендә «Лики» халыҡ театры У. Шекспирҙың «Ромео и Джульетта» спектаклен тәҡдим итәсәк. Был фестивалдең төрлө сәхнә формалары өсөн асыҡ булыуын күрһәтеүсе миҫал булып тора.

📝Спектаклдәрҙе тикшереү һәм Фестиваль лауреаттарын билдәләү өсөн Эксперт советы булдырылды, ул шулай уҡ Жюри функцияһын да башҡара. Совет составына танылған театр тәнҡитселәре һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре инә:
• Айһылыу Сәғитова – Фестивалдең арт-директоры, театр белгесе, театр тәнҡитсеһе, сәнғәт фәндәре кандидаты, доцент, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының сәнғәт теорияһы һәм тарихы кафедраһы мөдире.
• Галина Вербицкая – философия фәндәре докторы, сәнғәт фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры.
• Нияз Игламов (Ҡазан) – театр тәнҡитсеһе, Татарстан Республикаһы мәҙәниәт министры кәңәшсеһе, «Алтын битлек» Рәсәй милли театр премияһы һәм Төрки халыҡтарҙың «Науруз» Халыҡ-ара театр фестивале эксперты.
• Глеб Ситковский (Мәскәү) – театр тәнҡитсеһе, журналист («Коммерсантъ», «Сноб»), «Алтын битлек» Рәсәй милли театр премияһы Эксперт советының элекке рәйесе.
• Лариса Каневская (Мәскәү) – яҙыусы, театр күҙәтеүсеһе, Мнениегуру.ру интернет-журналының баш мөхәррире, «Алтын битлек» Рәсәй милли театр премияһы эксперты.

Фестивалдең белем биреү һәм эш программаһы театр сәнғәтен үҫтереү өсөн стратегик йүнәлештәр билдәләүгә, һөнәри аралашыу өсөн асыҡ майҙан булдырыуға йүнәлтелгән. Программа сиктәрендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры һәм Актёрҙар йорто майҙансыҡтарында һөнәри лабораториялар һәм мастер-кластар үтәсәк. Ҡатнашыусыларҙы сәхнә теле, маркетинг, һатыу һәм театрҙа заманса технологиялар ҡулланыу буйынса интенсив дәрестәр көтә. Тәжрибәләре менән үҙ өлкәһендә уңыш ҡаҙанған оҫталар уртаҡлашасаҡ:
• Сәхнә теле буйынса педагог Дмитрий Кошмин тауыш, дикция, сәхнәлә һүҙ сәнғәте темаларына арналған лаборатория алып барасаҡ;
• Мәскәү Губерна театрының һатыу һәм тамашасылар менән эшләү бүлеге етәксеһе Татьяна Гафарова (Мәскәү) «Театрҙа кайдзен» темаһы менән сығыш яһаясаҡ, даими камиллашыу философияһы һәм уны театр эшмәкәрлегендә ҡулланыу тураһында һөйләйәсәк;
• Мәҙәниәт өлкәһендә маркетолог, театрҙарҙы онлайн-үҫтереүҙә инновацион инструменттар буйынса белгес Дарья Георги «Театрҙар өсөн Яндекс.Директ» лекцияһында цифрлы каналда эшләүҙең практик яҡтарын асып бирәсәк;
• Яһалма интеллект буйынса эксперт, мәғариф продукттары продюсеры Артём Лаврентьев (Мәскәү) «Нейроселтәрҙәр һәм театр» темаһын яҡтыртып, заманса технологияларҙың сәхнә сараларын булдырыу һәм спектаклдәрҙе популярлаштырыуҙа яңы мөмкинлектәр тәҡдим итеүен күрһәтәсәк.

Эш программаһының мөһим өлөшөн «Театр бөгөн һәм иртәгә» түңәрәк өҫтәле һәм Башҡортостан Республикаһының «Режиссёрҙар советы»ның тәүге ултырышы тәшкил итәсәк. Сараларҙың модераторы – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры директоры Зиннур Сөләймәнов. Уның фекере буйынса: «“Театр яҙы” фестивале – Башҡортостандың бөгөнгө театр донъяһының үҙенсәлеген, талантлы режиссёрҙар менән актёрҙарҙы борсоған иң сағыу темаларҙы, сәхнәләге яңы художестволы эҙләнеүҙәрҙе асыҡтан-асыҡ күреп була торған майҙан. Бөтә республика театрҙарын, ижадташтарҙы берләштереп, дуҫлыҡ һәм ижади аралашыу атмосфераһын булдырыу беҙҙең өсөн айырыуса мөһим. Был фестиваль профессионалдарҙы ла, сәнғәтте яратыусы тамашасыны ла берҙәй рухландырған, онотолмаҫлыҡ сараға әйләнер, тип ышанам».

Фестиваль 27 мартта – Халыҡ-ара театр көнөндә ябыла.