9 апрель “Ҙур гастролдәр” программаһы сиктәрендә креатив индустрия мәктәбендә билдәле театр һәм кино актеры, Рәсәйҙең халыҡ артисы, Рәсәйҙкең Дәүләт премияһы лауреаты Сергей Иванович Паршин менән ижади осрашыу уҙҙы.
Осрашыуҙа Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Илшат Йомағолов исемендәге Башҡорт драматеатрҙары артистары һәм Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусылары, студенттары ҡатнашты.
Сергей Ивановичтың ижади биографияһы Александра театры менән бәйле. Осрашыуҙа артист үҙенең ижади тормошоноң нисек театрҙа башланып китеүе хаҡында, үҙенең иҫ киткес педагогтары Василия Меркурьева һәм Ирина Мейерхольд, коллегалары, Алексaндра театры артистары, режиссерҙары тураһында һөйләне. Актерлыҡ һөнәре этикаһы хаҡында һөйләшеү үҙе бер айырым темаға әйләнде. Тамашасылар актерҙың тормошо, ролдәре, үткән йылдарҙағы спектаклдәр, хәҙерге репертуар, кинола эшләүе тураһында ҡыҙыҡлы һорауҙарға күмделәр.
Ә кисен Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының бәләкәй сәхнәһендә Михаил Зощенко хикәйәләре буйынса Рәсәйҙең халыҡ артисы Игорь Волков ҡатнашлығында «Записки нервного капельдинера» моноспектакле күрһәтелде