Ризаитдин Фәхретдинов – күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе, яҙыусы, тарихсы, шәрҡиәтсе, дин әһеле. Ул бик күп әҫәрҙәр авторы. Уларҙың аҙ ғынаһы киң таралған, күбеһе ҡулдан яҙылған килеш һаҡланған йә ғәрәп графикаһында баҫылған.
“Әсмә, йәки Ғәмәл һәм яза” повесының баш һүҙендә Ризаитдин Фәхретдин был әҫәрҙе бай тарихлы башҡорттар тураһында тип яҙа. Повестың сюжеты инглиз яҙыусыһы Шарлотта Бронтеның “Джейн Эйр” әҫәренә яҡын. Йәтим ҡыҙ Джейн тормош баҫҡыстарының төрлө ҡытыршылыҡтарын үтеп, ярлы уҡысынан уҡымышлы уҡытыусы, аҙаҡ лорд ҡатыны булып китә. Әсмәгә лә, әсе тормош һынауҙарын үтергә тура килә. Повестың төп мәғәнәһе лә шунда: милләттең үҫеше өсөн Әсмә кеүек ҡыйыу ҙа, тәртипле, әҙәпле лә, уҡыуға, белемгә ынытылыусы аҡыллы ҡыҙҙар кәрәк. Йәш Әсмә образы аҙаҡ совет осорондағы прозала башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары характерын сағылдырыу өсөн нигеҙ булып тора. Хатта ҡайһы бер яҙыусыларҙың, мәҫәлән Авзал Таһировтың, Мәжит Ғафуриҙың әҫәрҙәрендә сағылыш таба.
Ризаитдин Фәхретдиновтың “Әсмә, йәки Ғәмәл һәм яза” әҫәре буйынса
Шәүрә Шәкүрова инсценировкаһы
Ҡуйыусы режиссер – Зиннур Сөләймәнов
Режиссер ассистенты – Руслан Хайсаров, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы
Ҡуйыусы рәссам – Рөстәм Баймөхәмәтов
Хореограф – Алина Мустаева
Костюмдар буйынса рәссам – Наталья Степанова, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Композитор – Ришат Сәғитов, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
Видеограф – Урал Мәхийәнов
Яҡтыртыусы буйынса рәссам – Светлана Насонова
РОЛДӘРҘӘ:
Әсмә – Сабина Кирәева / Айым Сөләймәнова
Янһары – Алмаз Йосопов
Ғәббәс – Сәғиҙулла Байегетов, Башҡортостандың халыҡ артисы
Хикмәт – Ирек Булатов, Башҡортостандың халыҡ артисы
Хәмиҙә – Эльвира Юнысова, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы
Ғәйшә – Гөлфиә Рафиҡова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы
Шәмсиә – Илсөйәр Ғәзетдинова, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы / Гүзәл Маликова, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы
Йософ – Рәүис Зәһитов, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы / Илсур Байымов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы
Ибраһим – Фәнис Рәхмәтов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ш.Бабич исем. дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты
Муса – Руслан Ғәлимов
Сәлихбай – Илдар Ғүмәров, Башҡортостандың халыҡ артисы
Зәйнүш – Айһылыу Йомағолова
Ҡарсыҡ – Илсөйәр Ғәзетдинова, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы / Гүзәл Маликова, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы
Бәйән итеүселәр: Алһыу Бәхтиева, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, Азат Вәлитов, Ш.Бабич исем. дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты, Артур Кәбиров, Башҡортостандың С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Ш.Бабич ис.Республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Руслан Хайсаров, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Гөлназ Хайсарова
Ҡыҙҙар: Милена Сираева, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы, Зиләрә Юлтаева, Әлфирә Зәһиҙуллина, Гөлмирә Исмәғилева,