«Мельпомена Таврии» (Херсон, Украина, 2013), «Арт-соло» ( Владикавказ, Төнъяҡ Осетия, 2013); «MENAS» (Паневежис, Литва, 2014), «Молодой театр» (Петрозаводск, Карелия, 2014) Халыҡ-ара театр фестивалдәрендә ҡатнашыусы.
Был спектаклдә бер генә герой — Мәүлит.
Мәүлит – Алмас Әмиров Башҡортостандың халыҡ артисы, Ш.Бабич ис. дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты
Үҙенә тәғәйен ғүмер юлын әҙәм балаһы төрлөсә уҙа, тормошҡа ул йә яраҡлаша, йә яраҡлаша алмай. Был бик күп шарттарға бәйле. Бәлки, кешегә, Мәүлит кеүек, бик үк рәхимле булмаған тирә-яҡты әсәһенең ҡанаты аҫтынан, йылыла ғына, суҡышын күрһәтеп ятҡан себеш кеүек, күҙәтеп кенә ятырғалыр! Мәүлит, тәү ҡарашҡа, балаларса бер ҡатлы, өләсәһе ҡуйынында ғына үҫкән, сибек рухлы әҙәм. Бисара хәлендә көн итеүсе бәләкәй кешенең зиһене әлифба кимәленән үтмәгән һәм бының менән ул риза, тормошҡа артыҡ зарланмай. Әммә уның йәмғиәткә, кешеләргә ҡарата үҙенсә фәлсәфәһе бик тә ҡыҙыҡ, ҡайсаҡ дөрөҫ тә кеүек!
© Бөтә хоҡуҡтар яҡланған. Мәғлүмәт күсереп алғанда www.bashdram.ru адресына һылтанма ҡуйыу мотлаҡ. © Privacy Policy.