ҺУҢҒЫ СПЕКТАКЛДӘР УЙНАЛҒАН. ОСРАШҠАНҒА ТИКЛЕМ!

ҺУҢҒЫ СПЕКТАКЛДӘР УЙНАЛҒАН. ОСРАШҠАНҒА ТИКЛЕМ!

Әле күптән түгел генә Х «Театр яҙы – 2026» конкурс-фестиваленең асыу тантанаһы үткән ине, бөгөн иһә был театр сәнғәте байрамына йомғаҡ яһайбыҙ. Ошо арауыҡта күпме спектаклдәр, асыштар, йылы осрашыуҙар булды ла, ваҡыттың үтеүе һиҙелмәй ҙә ҡалды.

Кисә фестиваль программаһының һуңғы спектаклдәре уйналды. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Лики» халыҡ театры «Ромео һәм Джульетта» (У.Шекспир, реж. А. Рамазанова) спектакле менән конкурстан тыш сығыш яһаны. Кискеһен «Нур» татар театры сәхнәһендә Туймазы татар драма театрының «Узган җәй Чулимскийда» / «Прошлым летом в Чулимске» (А. Вампилов, реж. Р. Харисова) спектакле күрһәтелде. Беҙ был үҙенсәлекле, тылсымлы атмосфераны, байрамса һәр кисте, тулы залдарҙы, йылы алҡыштарҙы һағынып иҫкә аласаҡбыҙ.

Бөгөн – 27 мартта19:00 сәғәттә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә фестивалде ябыу тантанаһы үтәсәк! Еңеүселәр исемдәрен белербеҙ, конкурсҡа йомғаҡты бергә яһарбыҙ.

Тантанаға инеү ирекле.
Билеттарҙы М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры кассаһында алырға мөмкин.

Осрашҡанға тиклем!