Бөгөн М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында сәхнә легендаһы, миллионлаған тамашасының яратҡан актёры, популяр йырсы, Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров менән хушлашыу церемонияһы үтте. Бөйөк артисты һуңғы юлға оҙатырға туғандары, коллегалары, дәүләт һәм йәмәғәт вәкилдәре, сәнғәт эшмәкәрҙәре, уның ижадын һөйөүселәр килде.
Сарала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһап: «Бөгөн бөйөк артисыбыҙ Фидан Ғафаровты һуңғы юлға оҙатабыҙ. Был беҙҙең күп милләтле мәҙәниәтебеҙ өсөн ҙур юғалтыу. Фидан Сафа улының ғаиләһенең, коллегаларының, уның тоғро тамашасыларының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Республикабыҙҙың төп милли театрына 60 йыл ғүмерен бағышлаған ҡабатланмаҫ сәхнә оҫтаһы ине ул. Оло шәхестең сағыу образдары, йөрәккә үтеп инер йыр-моңдары халыҡ хәтерендә мәңге һаҡланыр» – тине. Һүҙен йомғаҡлап, Республика Башлығы Фидан Ғафаровтың үҙе иҫән саҡта ҡул ҡуйылған, әммә тапшырып өлгөрмәгән «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орденын уның улына – Азамат Ғафаровҡа тапшырҙы.
Матәм митингыһын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев алып барҙы, хушлашыу сараһында шулай уҡ «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» Халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары союзының Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, композитор, Башҡортостандың халыҡ артисы Рим Хәсәнов, М.Горький ис. Ырымбур өлкә драма театрының художество етәксеһе, РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рифҡәт Исрафилов, Ғ.Камал ис. Татар академия театры актёры, Рәсәйҙең һәм Татарстандың халыҡ артисы Рауил Шәрәфиев, Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө һәм Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин, М.Ғафури ис. Башдрамтеатрҙың баш режиссёры Айрат Абушахманов сығыш яһаны. Фидан Ғафаровтың улы – Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаров хушлашыуға килгәндәрҙең барыһына ла рәхмәт әйтте, атаһының яҡты иҫтәлегенә артабан да сәнғәткә тоғро хеҙмәт итергә һүҙ бирҙе. Матәм барышында Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова һәм Рәсәй театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Владимир Машков исеменән ҡайғы уртаҡлашыу телеграммалары уҡылды.
Йола буйынса, Актёрҙы, бөйөк сәнғәт оҫтаһын һуңғы юлға дәррәү, көслө алҡыштар менән оҙаттылар. Фидан Сафа улы Ғафаров тыуған ауылында – Дүртөйлө районының Яңы Уртай ауылында ерләнәсәк.