Хөрмәтле тамашасылар! 2 февралдән алып 28-енә тиклем театрҙың Музейында Альберт Еникеевтың “Һуғыш һәм тыуған илгә һөйөү тураһында” тип аталған шәхси күргәҙмәһе ҡуйыла. Күргәҙмә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арнала. Картиналарҙа батырлыҡ, илһөйәрлек темалары сағылдырылған: “Сыны Донбасса”, “Портрет брата. Подполковник Рустам Шарипов”, “Герои русского мира”, шулай уҡ яу ҡырында һәләк булған яугирҙарға бағышланған “Памяти брата. Старшина Венер Шарипов”, “Фанис – герой Башкортостана” картиналары.
Күргәҙмәнең бер өлөшө хәрби техникаға арналған.Картиналар “V” формаһында урынлаштырылды, был Рәсәй армияһының һис шикһеҙ еңеүе символы
Тәрән мәғәнә һәм илһөйәрлек менән һуғарылған сәнғәт әҫәрҙәре күргәҙмәһен спектакль башланыр алдынан һәм антракт ваҡытында ҡарарға мөмкин.