«ҺИНҺЕҘ КИЛГӘН ЯҘҘАР» ҠАЗАНДА ҘУР АНШЛАГ МЕНӘН УҘҘЫ

«ҺИНҺЕҘ КИЛГӘН ЯҘҘАР» ҠАЗАНДА ҘУР АНШЛАГ МЕНӘН УҘҘЫ

14 ноябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының Ҡазанда гастролдәре башланды. Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры сәхнәһендә Зифа Ҡадырова әҫәре буйынса Айрат Абушахманов сәхнәләштергән «Һинһеҙ килгән яҙҙар» мелодрамаһын тәҡдим итте. Спектакль башланыр алдынан ике туғандаш республикаларҙан дәрәжәле ҡунаҡтар гастролдәрҙе асып ебәрҙе. Татарстан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы министр урынбаҫары Ленар Сәйетйәнов улы Хакимйәнов тәүгеләрҙән булып һүҙ алды, Камал театры директоры Илфир Илшат улы Яҡупов ҡунаҡтарға уңышлы гастролдәр теләне. Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығы министр урынбаҫары Ринат Рәшит улы Ғәйсин, М.Ғафури ис. Башҡорт драма театрының баш режиссеры Айрат Әхтәм улы Әбүшахманов, башҡорт театрының директоры Иршат Ишбулат улы Фәйзуллин ут күршеләребеҙ Ҡазан тамашасыһын тәбрикләнеләр. Халыҡ «Һинһеҙ килгән яҙҙар» мелодрамаһын ҡыҙыҡһынып ҡараны, рәхәтләнеп ял итте, аралашты. Тамашаны ҡарарға әҫәрҙең авторы, беҙҙең яҡташыбыҙ Зифа Ҡадырова ла килгәйне. Гастролдәрҙең беренсе көнө ҙур аншлаг менән үтте. Спектаклдән һуң Ҡазан тамашасыһы артистарҙы йылы алҡыштарға күмеп, оҙаҡ сәхнәнән ебәрмәй торҙо. Беҙ театр коллективына артабан да уңышлы сығыштар теләйбеҙ.