Режиссер менән бергә рәссам Павла Никитина, балетмейстер Алина Мостаева, композитор һәм анимация буйынса рәссам Әмир Ғәлиәскәров та Baby-спектакль өҫтөндә эшләй. Baby-театр балалар өсөн классик театрҙан айырылып тора, сөнки залда хатта иң бәләкәстәр ҙә үҙен уңайлы тоясаҡ. Әгәр ҙә бәләкәй тамашасы булһам, миңә бэби-театр оҡшар ине. Сөнки ҡатылығына, ҙурлығына, йомшаҡ булыуына ҡарап ултырғысты үҙем һайлайым. Оҡшаған ергә ултырам, теләйем икән ике ҡатлап та ултырам. Ятып ҡарарға ла мөмкин. Үҙем нисек теләйем, шулай ҡарайым спектаклде. Иң мөһиме — бәләкәстәргә күңелле, улар күп нәмәләр менән таныша, ә ата-әсәләр күңелдәре менән ял итә.
Режиссер – Алмаз Саҙрыев
Рәссам – Павла Никитина
Балетмейстер – Алина Мустаева
Композитор һәм анимация буйынса рәссам – Әмир Ғәлиәскәров
РОЛДӘРҘӘ:
Юнир Ҡолонбаев
Лилиә Ғәлина
Әлфирә Зәһиҙулина
Морат Рафиҡов
премьера – 24 ноября 2019 г