Күптән түгел М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры оркестрының Өфө хосписында үткән концерты ла дауаланыусыларҙы сәнғәт көсө менән йыуатыу, киләсәккә яҡты өмөт бүләк итеүгә ҡоролдо. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор Урал Иҙелбаев етәкселегендәге ижади төркөм хосписта спектаклдәрҙән көй-моңдар, классик әҫәрҙәр уйнап ишеттерҙе. Башҡортостандың халыҡ артисы Сәғиҙулла Байегет башҡарыуында йырҙар ярҙамға, иғтибарға мохтаждарға бер мәлгә ауыр уйҙарҙан арынырғаярҙам итер, яңы көнгә ышаныс бирер, тигән өмөттә ҡалабыҙ.


